Кесе Боғаҙаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кесе Боғаҙаҡ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Степное ауыл биләмәһе[d][1]
Почта индексы 457688
Карта

Кесе Боғаҙаҡ — Силәбе өлкәһенең Верхнеурал районы ҡасабаһы. Степное ауыл биләмәһе составына инә.

Ҡасаба 19 быуат аҙағында төҙөлгән утар урынында үҫеп сыҡҡан (башҡа фараздар ҙа бар)

Топонимика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡасаба Кесе Боғаҙаҡ күле буйында урынлашҡан, атамаһы ошо күл исеменән алынған.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Райондың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Район үҙәге Верхнеуралға тиклем ара 20 км, ауыл биләмәһе үҙәге Степное ауылына тиклем ара 9 км. Рельефы Урал һырттары армыттарынан ярымтигеҙлеккә күсеү. Ландшафты ҡылғанлы-төрлө үләнле дала. Кесе Боғаҙаҡты күрше тораҡ пункттар менән шоссе юлдар бәйләй. 1900 йылда Верхнеурал станицаһы йортона ингән; унда 32 хужалыҡ иҫәпләнгән. Революцияға тиклем казактар ултырағы булған. Коллективлаштырыу йылдарында Буденный исемендәге колхоз ойошторола. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, 1926 йылда ҡасаба Боғаҙаҡ (Берестин) ауыл Советы составында була; 70 хужалыҡтан тора; унда башлыса украиндар йәшәй. 1963 йылда Кесе Боғаҙаҡ күршеләге Боғаҙаҡ-Уйск ҡасабаһы менән берләштерелә (1926 йылда бында 99 хужалыҡ иҫәпләнә; 408 кеше йәшәй: 403 урыҫ, 5 сыуаш). 1960-сы йылдарҙа Кесе Боғаҙаҡта «Красный Октябрь» совхозының 6-сы бүлексәһе, үҙгәртеп ҡорғандан һуң «Уральский» совхозы бүлексәһе (1992 йылдан «Уралец» ауыл хужалығы предприятиеһы) урынлаша. Бүлексә һөтсөлөк малсылығына махсуслашҡан. Хәҙерге ваҡытта Кесе Боғаҙаҡты фермерҙар арендалайҙар. Өйҙәрҙе Магнитогорск кешеләре һатып ала. Урындағы халыҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡ тота. Ауылда клуб, башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар[2].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[3]2010[4]
195152

(1900 йылда — 203, 1926 йылда — 282, 1966 йылда — 621, 1995 йылда — 290, 2002 йылда — 222 кеше).

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса күпселекте биләүсе халыҡтар: урыҫтар (78 %), башҡорттар (15 %).[5]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Дачная урамы

— Тыныслыҡ урамы

— Мәскәү урамы

— Күл урамы

— Хеҙмәт урамы

— Көньяҡ урамы

— Ҡояшлы урамы

— Ялан урамы

— Рәсәй урамы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]