Портал:Бөрйән районы/Бөрйән районында тыуған шәхестәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Юлсурина Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы (25 апрель 1960) — башҡорт йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).

1960 йылдың 25 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған.

1983 йылда Өфө сәнғәт училищеһының яңғыҙ йырлау бүлеген (Әлфиә Мәсәлимова класы) тамамлай һәм Бөрйән районы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып эш башлай.

1996 йылдан — Башҡорт филармонияһының йырсыһы. Киң диапазонлы меццо-сопрано тауышына эйә.

Филармонияның Фәдис Ғәниев, Радик Вәлмөхәмәтов етәкселегендәге һәм «Ҡыҙык һәм Мәҙәк»эстрада төркөмдәрендә эшләне.

2007 йылдан Юлсурина Ә. М. — Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры солисткаһы .

Башҡа шәхестәр