Портал:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
үҙгәртергә 

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы — 1942 йылдың яҙында И. В. Сталин бойороғо буйынса ойошторолған дивизия. Дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. 1943 йылдың 14 февраленән 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 1943 йылдың 21 сентябренән 16-сы Чернигов гвардия кавалерия дивизияһы исемендә.

үҙгәртергә 

Һайланған мәҡәлә

Али Карнай

Али Карнай (төп исеме — Имамғәли Мөхәммәтдин улы Зөлҡәрнәев; 6 ғинуар 1904 йыл16 июнь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1935—1941 йылдарҙа «Башгосиздат» мөхәррире, 1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзите мөхәррире.

1904 йылдың 19 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы боронғо башҡорт ауылы Оло Шаҙыла тыуған. Милләте — башҡорт.

Тәүҙә үҙҙәренең ауыл мәктәбендә, шунан Бөрө ҡалаһында педагогик курста уҡый. Артабан уҡырға

үҙгәртергә 

Һайланған шәхес

Емельян Иосифович Михайлюк (11 август 1919 йыл — 25 апрель 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны командиры. Гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944). Емельян Михайлюк 1909 йылдың 11 авгусында Украинала Чернелевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Артабан уҡырға

үҙгәртергә 

Һайланған рәсем

үҙгәртергә 

Беләһегеҙме…

үҙгәртергә 

Дивизияның хәрби юлы

Сығанаҡ: Шаймуратовцы — воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии

үҙгәртергә 

Категориялар

үҙгәртергә 

Туғандаш порталдар