Сусаҡтау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сусаҡтау
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Сусаҡтау — Башҡортостандағы тау. Әлшәй районындағы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан төньяҡҡа табан 5 км алыҫлыҡта Дим йылғаһының уң ярында урынлашҡан.

Осло түбәле Сусаҡтау — ҡалдыҡ тау, Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы, уның дөйөм майҙаны 116 гектар[2]. Тауҙа һәм уның биттәрендә ағастар бөтөнләй үҫмәй, улар тик үлән менән генә ҡапланған. Тауҙың көньяҡ-көнбайыш итәгенән Дим йылғаһы аға.

Тау битләүҙәрендәге ҡомло яландарҙа күп төрлө үҫемлек үҫә, улар араһында Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгәндәре лә бар (мәҫәлән, ҡауырһынлы ҡылған)[2].

Туризм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сусаҡтау һәм уның тирә-яғы туристарҙы, шулай уҡ РаевкаСтәрлетамаҡ юлынан үткәндәрҙе хозур тәбиғәте менән йәлеп итә. Тау башынан Дим киңлектәренә матур күренеш асыла. Сусаҡтауҙан күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан Сатыртауҙы ла күрергә була.

Ялған факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы бер турист-блогерҙар, тауҙың тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап, уны «Ҡыҙ күкрәге» тип атай. Әммә яҡын-тирәләге ауыл халҡы был исемде бер ҡасан да ҡулланмаған. Урындағылар уны «Таҙ тау» тип тә атай.

Сусаҡтау — ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]