Сынтимер (исем)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сынтимер — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарҙа булған ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сынтимер исеме башҡортса сың һәм тимер һүҙенән ҡушып яһалған. Ысын, тимер һымаҡ ныҡлы булһын тигән ниәттән ҡушыла[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сынтимер Биктимер улы Баязитов (рус. Баязитов Сынтимир Биктимирович; (13 июнь 1965 йыл) — дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре, ғалим-педагог. 2019 йылдан Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры; 2006—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры, 2008—2018 йылдарҙа Өфө ҡала хаҡимиәте башлығы урынбаҫары. Педагогия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сынтимер (рус. Сентимерка) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Яйыҡ йылғаһының Ҡыуандыҡ районы өлөшөндәге ҡолағы[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә Кусимова Таңһылыу 2021 йыл 5 октябрь архивланған.
  2. Ҡолаҡ — ҙур һыуҙың ярға бүленеп ярға инеп торған урыны (рус. залив) — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит. — 670-се бит

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ