Сәйетгәрәев Арыҫлангәрәй Сәйетгәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәйетгәрәев Арыҫлангәрәй Сәйетгәрәй улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1902
Тыуған урыны Дәүләкән районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Сәйетгәрәев Арыҫлангәрәй Сәйетгәрәй улы (рус. Саитгареев Арслангарей Саитгареевич) 1902 йыл - ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән сержант[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәйетгәрәев Арыҫлангәрәй Сәйетгәрәй улы 1902 йылда Башҡортостандың Дәүләкән районында тыуа. Дәүләкән район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Көньяҡ-көнбайыш фронтта 112-се кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы составында һуғыша. Полктың хәрби аҙыҡ-түлек взводының командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[2].

1942 йылдың 23-24 ноябрендә Сәйетгәрәев тапҡырлыҡ күрһәтеп һәм инициативалы эш итеп хәрби кәрәк -яраҡтар менән тәьмин итә, трофей арбаларҙы һәм сафтан сыҡҡан эйәһеҙ аттарҙы киң ҡуллана. Хәрби кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүҙә бер ниндәй ҙә өҙөклөккә юл ҡуймай. Был хеҙмәте өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]