Тәртил

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Тәртил (ғәр. الترتیل‎‎ — әт-тәртил, көйләү; рус. Тартиль) — Ҡөрьәндең үҙенсәлекле рецитация стиле, талғынлығы һәм моңлолоғо, бөтә өндәрҙең асыҡ һәм дөрөҫ әйтелеүе, саманан тыш ҡупшыламай, Ҡөрьән тексында махсус билдәләр менән билдәләнгән паузаларҙы аныҡ тотоп уҡылыуы менән айырылып тора.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Морфологик йәһәттән «тәртил» термины «рәттәл» ҡылымынан килеп сыҡҡан, ул «йырлау», «көйләү» мәғәнәләренә эйә.

Ислам сығанаҡтарында Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Ҡөрьәнде тап ошо ысул менән уҡыуы тураһында хәҙистәр күп[1]. Шулай уҡ ислам дине тәғлимәтселәренең дөрөҫ һәм ентекле уҡып, аят мәғәнәһе өҫтөндә уйланыу менән бергә Ҡөрьәнде яйлап уҡыу кәрәклеге тураһында әйткән фекерҙәре лә бар.

Тәртил Ҡөрьәндә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

« Ул кафырҙар әйтте: "Ни өсөн һин Ҡөръәнде бер ю​лы индермәнең?" (Ий, Мөхәммәд) Беҙ уны һинең ҡәлбеңә ныҡлы урынлашһын тип, шулай ҡылдыҡ, һәм Беҙ уны иң яҡшы рәүештә аңлаттыҡ (раттәлнәәһү тәртиилә)
»
транскрипцияһы

Үә ҡаалә-лләҙиинә кәфәруу ләү ләә нүззилә ғәләйһил-Ҡур'әәнү джүмләтәү-үәәхидәтәң кәҙәәликә линүҫәббитә биһи фү'әәдәкә үә раттәлнәәһү тәртиилә

25:32

Тәртил тәжүид структураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡөрьән уҡыу тураһындағы ғилем сиктәрендә (тәжүидтә) был Изге Китапты рецитациялауҙың бер нисә ысулы бар: тәхҡиҡ (өйрәнеүселәр өсөн әкрен уҡыу), һәдер (ашығыс уҡыу) һәм тәдүир (урта манера). Структураһы буйынса тәртил беренсе һәм өсөнсө уҡыу төрҙәренә — тәхҡиҡ һәм тәдүиргә - ҡарай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баранов Х. К. Арабско-русский словарь: ок. 42 000 слов. — 3-е изд. — М., 2001.
  • tartīl // Encyclopaedia of Islam, Second Edition, Glossary and Index of Terms / P.J. Bearman, Th. Banquis, C.E. Bowworth, E. van Donzel, W. P. Heinrichs Bowworth. — Brill Online, 2014.