Ғәйеп (Ислам)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйеп
ғәр. غَيْبٌ، اَلْغَيْبُ
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған булмау[d]
Культура Ислам мәҙәниәте, арабская культура[d] һәм культурная глобализация[d]
Урын Донъя (Ислам), Бәрзәх һәм Ахирәт
Нигеҙендә эшләнгән Үәхи, танзил[d], Ҡөрьән, Сөннәт, Хәҙистәр һәм Сира (биография)
Циклдың өлөшө булып тора Исламская мифология[d], Ислам эсхатологияһы һәм Космология исламского Средневековья[d]
Төп тема джаханнам[d], Сират күпере һәм Йәннәт
Булдырыусы Исламда Тәңре[d], Rabb[d] һәм Илях[d]
Режиссёр Highest audience[d]
Мүҡәрәбүн
В память о Аллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттары, список имён Аллаха, упомянутых в Коране[d], Таухид Имён и атрибутов Аллаха[d] һәм Сифат (Ислам)
Телгә алынған хеҙмәттәр Ҡөрьән, Хәҙистәр һәм тәфсир
Һүрәтләнгән объект Исламда фәрештә, ен һәм Ғәреш
Хеҙмәтләндереүсе машиат[d]
Менән бәйләнештә латаиф[d]
Өҫтөнән/аҫтынан үтә ничто[d]
Нимә менән тоташа Holy Spirit in Islam[d]
Тулы мәғлүмәт өсөн URL corpus.quran.com/qurandi…
qurananalysis.com/?q=…
Вики-проект Проект:Ислам[d] һәм Проект:Суфизм[d]
Өлөшләтә тура килә оккультизм[d]
Ҡапма-ҡаршыһы барлыҡ[d] һәм видимость[d]
 Ғәйеп Викимилектә

Ғәйеп (ғәр. غيب‎; рус. Гайб) — серле, йәшерен; күҙ менән күреп йәки хис итеү ағзалары менән тойоу мөмкин булмағанды тойоу, һиҙенеү. Ғәҙәттә кеше аҡылы етә алмаған бөтә нәмәне шулай атайҙар. Ошо мәғәнәләге ғәйепкә ышаныу мосолмандарҙың дини тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итә.

Исламда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәйеп һүҙе (ғәр. غيبғиб) тамырынан килеп сыҡҡан: «булмау», «йәшерен, күренмәҫ булыу» тигәнде аңлата[1]. Башҡорт телендә «юғалыу» һүҙенең бер синонимы «ғәйеп булыу» бит. Йәғни, «ғәйеп» һүҙе ике мәғәнәлә йөрөй[2].

Аллаһ тәғәләгә генә «ғәйеп» юҡ, кешеләр өсөн йәшеренен дә, йәшерен түгелен дә белеп тора. Ҡөрьәндә әйтелгәнсә,

« Һәм улар: «Әгәр уға Раббыһы тарафынан аят иңдерелһә ине!» — тиҙәр. Һин уларға: «Ғәйеп нәмәләр — Аллала, көтөп тороғоҙ, мин һеҙҙең менән көтәм!» —тип әйт.
»

Башҡа аяттарҙа, ғәйеп Аллаһы Тәғәләгә генә билдәле һәм уның тураһында хатта рәсүлдәр ҙә (йәғни, Аллаһ илселәре лә) белмәй, тиелә[3].

Бөтә йәшәйеш — йәшерен, кешегә билдәһеҙ серҙәргә (ғәләм әл-ғәйб) һәм асыҡтан-асыҡ (ғәләм әш-шәһәҙә), аҡыл етерлек нәмәләргә бүленә[4].

Ғәләм әл-ғәйб 2 өлөшкә бүленә:

  1. Аң етмәҫ асылдар, күренештәр, феномендар, уларҙың барлығын Аллаһы Тәғәлә генә белә һәм шуға күрә улар тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт була алмай
  2. Барлығын тойоу мөмкин булмаған, әммә барлығы бәхәсһеҙ булған бөтә йәшәйеш. Быға, мәҫәлән, Аллаһтың атрибуттары, фәрештәләр, Ожмах, Тамуҡ һәм башҡалар инә[4].

Шиғыйлыҡта ғәйбәт (ғәйеп) тип Мөхәммәт ибн әл-Хәсән әл-Мәхди имамдың «йәшерен» йәшәүен атайҙар [4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҙаһир һәм батин

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Кныш, 1991
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит; 255-се бит
  3. Коран: Әл-Әнғәм 6:50; Һуд 11:31
  4. 4,0 4,1 4,2 Али-заде, 2007

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. Гайб // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Кныш А. Д. Гайб // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 53. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.