Ҡаракүл (ҡасаба, Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаракүл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы һәм Ырымбур өлкәһе

Ҡаракүл (рус. Каракуль) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районындағы юҡҡа сыҡҡан ҡасаба.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаракүл ҡасабаһы Яйыҡ йылғаһының уң ҡушылдығы Киндерле йылғаһы буйында, Ҡыуандыҡ районындағы Һары ауылынан 15 км алыҫлыҡта ята.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡасабаға ХХ быуаттың тәүге тиҫтә йылдарында Һары ауылынан күсеп сыҡҡан крәҫтиәндәр нигеҙ һалған. Яңы торама үҙ белдегенә һалына башланған, шуға күрә уны Самодуровка тип тә йөрөткәндәр.

1970-се йылдарҙа ҡасаба йәшәүҙән туҡтаған.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был төбәктең климаты Ҡыуандыҡ районының күпселек урыны өсөн дә бер иш. Бындағы климат уртаса континенталь, йылдың дүрт миҙгеле лә аныҡ ҡына айырыла. Температураның абсолют минимумы иң һалҡын ай-ғинуарҙа −45 °C; иң йылы ай июлдә температураның абсолют максимум + 42 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 300—550 мм, шуның 70 % яҙғы-йәйге айҙарҙа яуа. Ҡар ҡатламы ярайһы тотороҡло, йылына 150 ята[1].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән иткәненсә, ҡасабаны йыш ҡына Ҡаракүл-Михайловка тип йөрөткәндәр, сөнки унда тәүге булып Михаил Тарасович Вдовин тигән кеше күсеп ултырған. Тәүге өлөшө иһә Ҡаракүл йылғаһынан алынған. Уныһы аңлашылып тора — башҡорт телендәге ҡара һәм күл һүҙҙәренән алынған.

Бынан тыш «халыҡ этимологияһы» ла бар икән. С. М. Стрельниковҡа райондың Подгорный ауылындаатамаға ошондай аңлатма биргәндәр: имеш, Һары ауылының был кешеләре халыҡ менән йәшәргә телмәгән, шуға уларҙы каркули (куркули)[2] тип атағандар[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Схемы территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП).(недоступная ссылка)
  2. Куркуль — Украинала кулак атамаһы — Русско-башкирский словарь. — Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2005. -т.1, с.517
  3. Поселок часто называли Каракуль Михайловский, или Каракуль-Михайловка: от имени первопоселенца и названия речки Каракуль — левого притока Коноплянки (Киндерле). Новое место было заселено самоуправно, поэтому, наряду с основным, существовало и неофициальное наименование — Сам одуровка. Аналогичное название — Самодуровка — носит еще и деревня в Альшеевском р-не Башкортостана. Башкирское кара — «черный», куль — «озеро». «Черное озеро». В с. Подгорном записана народная этимология: топоним связывают с тем, что выходцы из Сары «жить вместе с людьми не хотели», за что их якобы именовали каркули (куркули). Это чистой воды вымысел С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — КЗлатоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — КЗлатоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7.
  • Русско-башкирский словарь. — Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2005