Ҡыҙылъяр мәктәбе (Нуриман районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙылъяр мәктәбе (Нуриман районы)
Ҡыҫҡаса исеме

Ҡыҙылъяр урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Нигеҙләнгән

1909

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Нуриман районы, Ҡыҙылъяр ауылы

Сайт

https://kgschool1.02edu.ru

Ҡыҙылъяр мәктәбе (рус. МБОУ СОШ села Красная Горка — Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылы, Совет урамы, 87 адресы буйынса урынлашҡан дөйөм белем биреү учреждениеһы

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Революцияға тиклем Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылында өс мәсет була, мәктәп бөтөнләй булмай. 1911 йылдың көҙөндә ауылда земство башланғыс мәктәбе асыла, ул ҙур булмаған ауыл өйөндә урынлаша, мәктәп йыһаздары бөтөнләй булмай.

Был мәктәптең тәүге уҡытыусыһы — Илдархан. Беренсе уҡыу йылында мәктәптә бөтәһе 21 бала уҡый. Бөтә белем биреү ғәрәп китаптарынан шиғырҙар һәм Ҡөрьәндән һәм доғалар ятлауға ҡайтып ҡала. 1916 йылға тиклем кластар һаны 4-тән ашып китә, ә уҡыусылар һаны — 65 кеше самаһы. Тик Бөйөк Октябрь революцияһы ғына белем алыуға мөмкинлектәр аса.

1928 йылда башланғыс мәктәп ете йыллыҡ мәктәпкә әйләнә. 1938 йылда Ҡыҙылъяр ауылында ике ҡатлы мәктәп төҙөлә. 1938—1939 уҡыу йылында мәктәптең тәүге сығарылышы була, 12 уҡыусы тамамлай.1939 — 1940 йылдарҙа уҡ 634 кеше уҡый, кластар һаны 20. Бөйөк Ватан һуғышының йылдарында йөҙәрләгән уҡыусы үҙ теләге менән фронтҡа китә.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Ҡыҙылъяр мәктәбендә уҡыусылар һәм кластар һаны йылдан-йыл арта, мәктәптең матди базаһы нығына, уҡытыу-тәрбиә эше яҡшыра.

1947 йылда уҡыусылар һаны — 661-гә, уҡытыусылар — 30-ға етә, уларҙың 8-е юғары белемле була. Мәктәпте тамамлаусылар Мәскәү, Ленинград, Ҡазан, Куйбышев, Өфө һәм башҡа ҡалаларҙың институттарында, университеттарында белем ала.

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр түңәрәге ағзаларының мәктәп тураһында яҙмаларынан (1951—1952 уҡыу йылы): «Мәктәп быйылғы уҡыу йылында тантаналы рәүештә үҙенең 40 йыллығын билдәләне. Сығарылыш уҡыусыларыбыҙҙың исемдәрен ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ: Шәйхетдинов Ғ. Ф. — Советтар Союзы Геройы, Мифтахов С. — драматург, Вәлиев Х. — табип, Мәскәү институтының уҡыу алдынғыһы — Домбрачев И., Ҡазан университетының яҡшы студенты Абдюкова З. һәм башҡалар. Мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәге башланғысы буйынса 1946 йылдан алып бер иҫ киткес йола — үҙенең сығарылыш уҡыусылары менән йыл һайын осрашыуҙар үткәреү барлыҡҡа килгән».

1975 йылға тиклем Ҡыҙылъяр ауылында ике мәктәп эшләп килә: башланғыс (Ҡушнарат) һәм урта.

1975 йылда яңы типтағы 2 ҡатлы бина файҙаланыуға тапшырыла.

2006—2010 йылдарҙа мәктәптә фәндәрҙе тәрән өйрәнеү кластарын булдырыу буйынса муниципаль эксперименталь майҙансыҡ эшләй.

2006—2007 уҡыу йылында мәктәптә Башҡортостан Республиканың 4 атҡаҙанған уҡытыусыһы эшләй: Зинирова Ф. М., Макушева З. М., Алишкина К. Т., Латипова Р. М.[1].

Етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сафаров Закуан
  • Ғәббәсов Х. Х. — (1937—1940), һуңынан ул район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләй, Ленин ордены һәм «Халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә
  • П. Е. Беличенко (Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була)
  • Абдюков М. З. (1946—1955)
  • Ноғоманов Азат Хәнәфи улы
  • Нуретдинов Салауат Рафаэль улы

Уҡытыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәптең уңыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2005 йылда мәктәп коллективы «Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында «Сәләмәтлек мәктәбе» номинацияһында еңгән өсөн БР Мәғариф министрлығының 1-се дәрәжә дипломы менән бүләкләнә.
  • 2006 йылда коллектив «Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһен» әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша.
  • Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары конкурсында еңеүселәр
    • Мөфтәхова Нина Александровна — 2006 йылда
    • Зәйнәшева Миләүшә Әмир ҡыҙы — 2007 йылда
    • Тимерғәзина Флүзә Мөхәмәтфәиз ҡыҙы — 2008 йылда
    • Әхмәтдинова Тәслимә Рәхимйән ҡыҙы — 2008 йылда
    • Әхмәтдинова Динара Сәлихйән ҡыҙы — 2009 йылда
    • Акузина Рәйлә Миңлерәис ҡыҙы — 2009 йылда
    • Әхмәтдинова Тәслимә Рәхимйән ҡыҙы — 2013 йылда (ҡабаттан еңеү яулай)

Мәктәпте тамамлаусы күренекле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шәйхетдинов Ғимай Фәсхетдин улы улы — Советтар Союзы Геройы;
  • Һәүбәнова Рәхимә Ғилметдин ҡыҙы (9.11.1914—16.07.2002), театр актёры. 1933—1978 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, 1978—1989 йылдарҙа — реквизиторы. 1946 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1970)[3].;
  • Ханнанов Хәмзә Әҙи улы — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
  • Яҡупов Вил Сәйҙел улы — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, Соросовский һәм атҡаҙанған Соровский профессоры;
  • Юлаев Камил Ғәйнетдин улы — педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының мәғариф идаралығы һәм иҡтисады кафедраһы профессоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы;
  • Абдуллин Марсель Хәбит улы -профессор, 1965—1991 йылдарҙа — БР урман хужалығы министры;
  • Домрачев Игорь Васильевич — техник фәндәр докторы. Мәскәү энергетика институты профессоры;
  • Носратуллин Вил Ҡасим улы — БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, иҡтисади теория кафедраһы профессоры, иҡтисад фәндәре докторы.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. История школы(недоступная ссылка)
  2. Педагоги
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Һәүбәнова Рәхимә Ғилметдин ҡыҙы 2019 йыл 3 ноябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 ноябрь 2019)