Ҡыҙылъяр (Архангел районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙылъяр
Ҡыҙылъяр
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Абҙан ауыл Советы (Архангел районы)
Халыҡ һаны 127 кеше (2002)[1],
148 кеше (2009)[1],
127 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453034
Карта

Ҡыҙылъяр (рус. Кызылярово) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 148 кеше[3]. Почта индексы — 453034, ОКАТО коды — 80203804003.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда — 124 кеше; 1920—198; 1939—319; 1959—153; 1989—135; 2002—127; 2010 йылда — 127 кеше йәшәгән[4].

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 93 % тәшкил итә.

Дөйөм халыҡ һаны[3]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
127 148 +21 +16,54

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 19 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 28 км

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инйәр йылғаһы Эҫемгә ҡойған ерҙә урынлашҡан Күрпәс-Табын улусының Көмәрле һәм Ҡыҙылъяр ауылдары Күлсәйет тип аталған. Күлсәйет, күрәһең, был ауылдарҙың иртәрәк атамаһы. Әгәр Көмәрле ауылы, Күлсәйет ауылы кеүек үк, XIX быуаттың 60-сы йылдарында барлыҡҡа килһә, Ҡыҙылъяр (Күлсәйет) быуат аҙағында хасил була.

1896 йылда Ҡыҙылъяр ауылы 107 кешеһе булған 21 йорттан торған[5][6].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Салауат исемендәге урам (рус. Им Салавата (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная (улица))[7]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы (8.03.1949), ғалим-хирург, медицина өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—2010 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2‑се һәм 3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1999), Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған табибы (1995). Салауат Юлаев ордены кавалеры[8].
  • Ғалин Рауил Әхтәрйән улы — актёр. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1996), БАССР-ҙың атҡаҙанған (1989) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982)[9]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 28 апрель 2024. Архивировано 11 август 2023 года.
  3. 3,0 3,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан»
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 118. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. http://bashenc.online/ba/articles/88458/
  7. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 30 по Республике Башкортостан
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Алсынбаев Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы 2016 йыл 6 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 март 2019)
  9. https://nsportal.ru/user/395136/page/bashkortostanga-100-yyl

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]