2-се гвардия кавалерия корпусы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙыл армия флагы 2-се гвардия кавалерия Померания Ҡыҙыл Байраҡ Суворов ордены корпусы
(2-се гв. кк)
Наградалары:

Совет гвардияһы Ҡыҙыл Байраҡ ордены II дәрәжә Суворов ордены

Почётлы исемдәре:

«Померания»

Ғәскәр:

ҡоро ер

Ғәскәр төрө:

кавалерия

Ойошторолған:

26 ноябрь 1941 йыл

Таратылған:

13 октябрь 1945 йыл

Алдан килеүсе:

3-сө кавалерия корпусы

Һуңынан килеүсе:

28-се гвардия механизацияланған дивизия

Хәрби юлы

Бөйөк Ватан һуғышы

2-се гвардия кавалерия корпусы — СССР Ҡораллы көстәре составындағы юғары тактик берләшмәһе (оператив-тактик берекмәһе).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оборона Халыҡ Комиссариатының 1941 йылдың 26 ноябрендәге 342-се бойороғона ярашлы 3-сө кавалерия дивизияһы

1943 йылдың 20 мартында корпус составына 20-се кавалерия дивизияһы урынына 7-се кавалерия дивизияһы индерелә, ул 1943 йылдың апрелендә ҡыйратыла. 11943 йылдың 20 июненән алып кавалерия дивизияһы корпус составына ҡайтарыла[1]. 1945 йылдың йәйендә корпус составында булған 4-се гвардия кавалерия дивизяһы тарҡатыла.

1945 йылдың июнь башында 2-се гвардия кавалерия корпусына Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуы менән корпус яугирҙарын ҡотлау өсөн шәхсән Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков килә.

1945 йылдың 13 октябрендә СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының 1/600-сы Директиваһына ярашлы 2 -се гвардия кавалерия корпусы 28-се гвардия механизацияланған дивизия итеп үҙгәртелә, уның составына элекке 3-сө, 4-се һәм 17-се гвардия кавалерия дивизиялары инә. .

1945 йылдың 8 ноябрендә Тильзит (хәҙер Калининград өлкәһе Советск ҡалаһы) ҡалаһында 2-се гвардия кавалерия корпусының һуңғы парады үткәрелә. Парад ипподромда үтә. Махсус хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы алдында Юғары Башкомандующийҙың 1-се урынбаҫары Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков парадты ҡабул итә.

28-се гвардия механизацияланған дивизия 2-се гвардия кавалерия корпусынан Померания почетлы исемен һәм Ҡыҙыл Байраҡ һәм Суворов ордендарын ҡабул итеп ала һәм 28-се гвардия Померания Ҡыҙыл Байраҡ Суворов ордены механизацияланған дивизияһы тип исемләнә башлай. 1957 йылда 28-се гвардия Померания Ҡыҙыл Байраҡ Суворов ордены механизацияланған дивизия тип үҙгәртелә.

Ғәмәлдәге армия составына ингән осорҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 26.11.1941 — 16.02.1942
  • 17.07.1942 — 23.01.1943
  • 12.02.1943 — 30.04.1943
  • 18.07.1943 — 09.05.1945

Тулы исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2-се гвардия кавалерия Померан Ҡыҙыл Байраҡ Суворов ордены корпусы

Корпус составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

(1945 йылдың 1-се майына ҡарата)

[3]

Корпус өлөштәре:

  • 2-се айырым гвардия элемтә дивизионы
  • 191-сы айырым автотранспорт батальоны, 18.07.1943
  • 350-се ялан авторемонт базаһы, 28.05.1944
  • 256-сы кер йыуыу отряды, 17.07.1942
  • 257-се кер йыуыу отряды, 01.07.1944
  • 30-сы ялан автоикмәкозаводы, 18.07.1943
  • 90-сы Дәүләт банкының ялан кассаһы, 17.07.1942
  • 18-се хәрби-почта станцияһы, 17.07.1942

Корпус командованиеһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Корпус командирҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

командиры корпуса[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Строевой часть буйынса корпус командиры урынбаҫарҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Куц Иван Федорович (1942 йылдың июненән)

Корпус хәрби комиссарҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1942 йыл аҙағынан— корпус командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары:

  • бригада комиссары Е. А. Щукин

Корпус штабы начальниктары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • полковник Картавенко Андрей Маркович
  • полковник Мансуров Борис Владимирович

Сәйәси бүлек начальниктары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • полк комиссары Дробиленко Тимофей Федорович

Батырлыҡ күрһәткән яугирҙар[4].[5][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында меңләгән корпус яугирҙары СССР ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә, 42 яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, 17 кеше Дан орденының тулы кавалерҙары.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Сайт "Танковый фронт.1939-1945.
  2. Приказ Верховного Главнокомандующего № 0263 от 12 августа 1944 года
  3. Боевой состав Советской Армии. Часть V.Министерство обороны СССР.Историко-архивный отдел Генерального штаба — М: Военное издательство,1990
  4. Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь в двух томах — М.: Воениздат, 1987;
  5. Кавалеры ордена Славы трех степеней. Краткий биографический словарь — М.: Военное издательство,2000.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Воскобойников Г. Л. Казачество и кавалерия в годы Великой Отечественной войны 1941—1945 гг. — Ростов-на-Дону: «Терра Принт», 2006.
  • Дорофеев А. А. «2-й гвардейский корпус в контрнастурении под Москвой». М. изд. тип. ВАФ 1971.
  • Исаев А. В. Антисуворов. Десять мифов Второй мировой. — М.: Эксмо, Яуза, 2004.
  • Плиев И. А. Дорогами войны. — М.: Книга, 1985
  • Сиджах Х. И. В вихре конных атак. Майкоп, 1993;

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]