«Еңеү» ордены
«Еңеү» ордены | |||
| |||
Атамаһы |
«Еңеү» ордены | ||
---|---|---|---|
Ил |
{{ {{{1}}} | размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }} СССР | ||
Награда төрө |
юғары хәрби орден | ||
Кемгә бирелә |
Ҡыҙыл Армияның юғары хәрби командалығына | ||
Награда тапшырыла |
Бер йәки бер-нисә фронт масштабында Ҡыҙыл армия файҙаһына һиҙелерлек үҙгәрештәр килтергән хәрби операцияларҙы уңышлы атҡарып сыҡҡаны өсөн | ||
Статус |
бирелмәй | ||
Статистика | |||
Параметрҙара |
йондоҙҙоң ҡапма-ҡаршы ике осҡоно остарының араһы — 72 мм, | ||
Раҫланған ваҡыты | |||
Беренсе бүләкләү | |||
Һуңғы бүләкләү |
9 сентябрь 1945 йыл | ||
Бүләкләнгәндәр иҫәбе |
20 (19)[1] | ||
Сиратлылыҡ | |||
Өлкәнерәк награда |
юҡ | ||
Кесерәк награда |
юҡ | ||
[[commons:Category: Order of Victory Викимилектә|«Еңеү» ордены]] Викимилектә |
«Еңеү» ордены (рус. Орден «Победа») — Бөйөк Ватан һуғышы выҡытында булдырылған орден. Был орден менән Оло еңеүгә мөһим өлөш индергән юғары хәрби етәкселәр бүләкләнгән. 1944—1945 йылдарҙа был юғары хәрби орденға 16 кеше 19 тапҡыр лайыҡ булған. Шулар араһында 10 Советтар Союзы Маршалы, бер армия генералы һәм 5 сит ил кешеһе бар.
«Еңеү» ордены менән бүләкләү тәртибе бер тапҡыр тупаҫ рәүештә боҙола. Үкенесле хәл 1978 йылдың 20 февралендә КПСС ҮК Генераль сәркәтибе, СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе, СССР оборона Советы рәйесе, Советтар Союзы Маршалы Л. И. Брежневҡа СССР Юғары Совет Президиумы тарафынан сираттағы бүләк итеп тапшырыу арҡаһында барлыҡҡа килә. Был ваҡиға кешеләрҙең, бигерәк тә яугирҙәрҙең, хәтерен ныҡ ҡалдырҙы. СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы президенты Михаил Горбачёвтың 1989 йылдың 21 сентябрендәге ҡарары менән үрҙә әйтелгән тарихи хата төҙәтелә. СССР Юғары Совет Президиумы ҡарары юҡҡа сығарыла.
«Еңеү» ордены Рәсәй Федерацияһының рәсми хөкүмәт бүлектәре исемлегенә индерелмәгән. Был орден менән башҡа бер кем дә бер ваҡытта ла бүләкләнмәйәсәк.
Орден
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Платинанан эшләнгән биш осло йондоҙ. Диаметры 72 мм. Дөйөм ауырлығы 16 карат (3,2 г) булған 150 алмаз менән биҙәлгән. Йондоҙҙоң нурҙары рубиндан эшләнгән. Йондоҙ уртаһында урынлашҡан зәңгәр төҫтәге медальонға Кремль стенаһы, Спас манараһы, В. И. Ленин мавзолейы рәсеме төшөрөлгән. Медальондың өҫкө өлөшөндә «СССР», аҫҡы яғында «ПОБЕДА» тип яҙылған.
Планка
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Орден планкаһы башҡа совет ордендарының планкаларына ҡарағанда ике тапҡырға оҙонораҡ. 6 совет орденының төҫөн үҙ эсенә алған, һәр төҫ араһы ярты миллиметр киңлегендә аҡ һыҙыҡтар менән бүленгән.
- Ҡыҙғылт һары, уртаһында ҡара — Дан ордены
- Зәңгәр — Богдан Хмельницкий ордены
- Ҡара ҡыҙыл — Александр Невский ордены
- Күм — күк — Кутузов ордены
- Йәшел — Суворов ордены
- Ҡыҙыл (урталағы өлөш) — Ленин орден
Орден менән бүләкләнгәндәр исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике тапҡыр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Василевский Александр Михайлович: 1944 йылдың 10 апрелендә, 1945 йылдың 8 сентябрендә
- Жуков Георгий Константинович: 1944 йылдың 10 апрелендә, 1945 йылдың 30 мартында
- Сталин Иосиф Виссарионович: 1944 йылдың 29 июлендә, 1945 йылдың 26 июнендә
Бер тапҡыр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Конев Иван Степанович: 1945 йылдың 30 мартында
- Рокоссовский Константин Константинович: 1945 йылдың 30 мартында
- Малиновский Родион Яковлевич: 1945 йылдың 26 апрелендә
- Толбухин Фёдор Иванович: 1945 йылдың 26 апрелендә
- Говоров Леонид Александрович: 1945 йылдың 31 майында
- Тимошенко Семён Константинович: 1945 йылдың 4 июнендә
- Антонов Алексей Иннокентьевич: 1945 йылдың 4 июнендә
- Мерецков Кирилл Афанасьевич: 1945 йылдың 8 сентябрендә
- Брежнев Леонид Ильич (1978 йылдың 20 февралендә бирелгән, 1989 йылдың 21 сентябрендә ғәмәлдән сығарылған)
Сит ил кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бернард Монтгомери (Бөйөк Британия): 1945 йылдың 5 июнендә
- Дуайт Эйзенхауэр (АҠШ): 1945 йылдың 5 июнендә
- Михай I (Румыния короле): 1945 йылдың 6 июлендә
- Михал Роля-Жимерский (Польша): 1945 йылдың 9 авгусында
- Иосип Броз Тито (Югославия): 1945 йылдың 9 сентябрендә
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ионина Н. А. Сто великих наград. — Киев: Вече, 2003. — 432 с. — ISBN 5-7838-1171-8.
- Савичев Н. П. Символы трудовой и ратной доблести. — Киев: Радяньска школа, 1987. — 233 с.
- Смыслов О. С. Загадки советских наград. — Киев: Вече, 2005. — 352 с. — ISBN 5-9533-0446-3.
- Цыпленков Кирилл. Орден Победа. Архивная находка к 60-летию учреждения // Цейхгауз : журнал. — М., 2003. — В. 21. — С. 42-44.
- Цыпленков Кирилл. «Победа» меняет владельца. Опыт идентификации орденов: от Жукова до Брежнева // Старый Цейхгауз : журнал. — М., 2014. — В. 2(58). — С. 60-72.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кавалеры ордена Победа 2010 йыл 9 март архивланған.
- Грамота к Ордену Победы 2014 йыл 20 июль архивланған.