Эстәлеккә күсергә

Абдрахманов Илдус Барый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдрахманов Илдус Барый улы
Тыуған көнө

2 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (82 йәш)

Ғилми даирәһе

биологик актив азот булған гетероциклик системалар һәм нуклеозидтар

Награда һәм премиялары

Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре

Абдрахманов Илдус Барый улы (2 ғинуар 1942 йыл) — ғалим, химик. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Илдус Барый улы Абдрахманов 1942 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ның Учалы районы Ҡотой ауылында тыуған. Уның атаһы — билдәле дәүләт һәм партия эшмәкәре Барый Абдрахман улы Абдрахманов, улы донъяға килгәндә Бөйөк Ватан һуғышында немец фашистарына ҡаршы танк ғәскәрендә яу тота. Атаһын төрлө райондарға етәксе вазифаларға эшкә ебәргәнлектән, ул Башҡортостан тормошо менән яҡындан танышып үҫә, мәктәпте уңышлы тамамлай.

Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының химия факультетында уҡый. 1959 - 1964 йылдарҙа – студент, 1965 - 1968 йылдарҙа – аспирант. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, фән юлын һайлай. Шул уҡ ваҡытта бала сағынан хисле малай инде ғалим булып киткәс тә шиғриәт менән мауыға, әҙәби ижад менән дә шөғөлләнергә ваҡыт таба. Уның бер нисә шиғри йыйынтығы донъя күргән.

1968 - 1972 йылдарҙа – ассистент, Башҡорт дәүләт университетының органик химия кафедраһында өлкән уҡытыусы. 1972 – 2003 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт аграр университетының дөйөм химия кафедраһы мөдире. 1984 – 1989 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор.

1989 - 1993 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт аграр университетының фәнни эштәр буйынса проректоры. 1993 – 2003 йылдарҙа – Органик химия институтының (УНЦ РАН) фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары, нуклеозидтарҙың синтезы лабораторияһы мөдире. 2003 йылдан хәҙергә тиклем – фармакофор ысулдар лабораторияһының баш фәнни хеҙмәткәре.

Химик-органик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы, химик фәндәр докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

2003—13 й. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Химик технология фәндәре бүлеге академик-секретары. Фәнни эшмәкәрлеге Кляйзен ысулы буйынса ароматик аминдарҙың яңыса төркөмләнеүен комплекслы өйрәнеүгә һәм уның нигеҙендә фунгицид һәм гербицид активлыҡҡа эйә төрлө гетероциклик берләшмәләр (ш. иҫ. эллиптицин алкалоиды), үҫемлектәрҙең үҫешен тиҙләтеүселәрҙе, антиоксиданттар, коррозия ингибиторҙары алыуҙың яңы препаратив ысулдарын уйлап табыуға бәйле. А. етәкс. дарыу сифатында ҡулланылған модификацияланған нуклеозидтарҙы табыуы ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған тәбиғи моносахарид нигеҙендә синтезлау ысулдары, СПИД‑ҡа ҡаршы сит илдәрҙә билдәле препараттарҙың аналогтарын алыуҙың яңы схемалары эшләнә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы.

Фән өлкәһендә эштәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1971 йылда «2,5 дикетопиперазин синтезы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған. 1989 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлаған.

Рәсәйҙә беренсе булып Кляйзендың ароматик амин төркөмләшеүе буйынса күп яҡлы тикшеренеүҙәр үткәргән. Шул нигеҙҙә төрлө гетероциклик системаларҙа амин-төркөмләшеү продукттарын синтезалап ҡулланыуҙың яңы методологиһы барлыҡҡа килгән.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының атҡаҙанған Президиум ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре(1990).

20 фән кандидаты һәм 2 фән докторы әҙерләгән.

350-нән ашыу фәнни эше баҫылып сыҡҡан, 31 авторлыҡ танытмаһы һәм патент алған.

  • Синтезы производных нуклеозидов в присутствии металлокомплексных катализаторов // Башкирский химический журнал. 1996. Т. 3, № 7 (соавтор).

Циклофункционализация 2-алкениланилинов // Современный орга-нический синтез. М.: Химия, 2003 (соавтор).

  • Cyclisierung der 2‑Сhloracetamide zu 2,5‑Diketopiperasinen und Untersuchungen zur Hydrolyse dieser heterocyclischen Verbindungen // Wissenschaft. Zeitschrift. XXII. Mathemat.—Natur. Reihe. Halle; Wittenberg, 1973 (авторҙаш).
  • Лирика химика Абдрахманова. — Уфа: Гилем, 2012. — 197 б.