Абдуллин Йәғәфәр Ҡәйүм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абдуллин Йәғәфәр Ҡәйүм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Иҫке Мәстәк[d], Хвалынский уезд[d], Һарытау губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 24 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Вафат булған урыны Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание лейтенант һәм командир[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Абдуллин Йәғәфәр Ҡәйүм улы (рус. Абдуллин Джафар Каюмович) (19131943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкының 2-се эскадрон командиры. Гвардия лейтенанты[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәғәфәр Ҡәйүм улы Абдуллин 1913 йылда Һамар губернаһы Хвалынский өйәҙе (хәҙер — Куйбышев өлкәһе Кулатҡы районы) Мәстәк (хәҙер — Ульяновск өлкәһе Иҫке Мәстәк) ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (16-сы Чернигов гвардия) составындағы 313-сө кавалерия полкының 2-се эскадроны командиры була.

1943 йылдың 24 февралендә һәләк була, Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе (хәҙер — Луганск Халыҡ Республикаһы) Юлино-1 станцияһы районында ерләнә[3].

« Шаймуратовсылар ғәнимәт (торфей) йыйып үҙҙәрен атыу ҡоралы һәм боеприпастар менән тәьмин иткән, әммә артиллерия снарядтары һәр ваҡыт етешмәгән, ҡыҫаныс була. 14 февралгә ҡаршы төндә дивизия, кавалерия корпусы составында, Дебальцево йүнәлешендә хәрәкәт итә. Аяуһыҙ алышта разведчиктар Куйбышев өлкәһенән Абдуллин Йәғәфәр Ҡәйүм улы, Ерекле ауылынан лейтенант Азаров Иван Дмитриевич, Чкалов өлкәһенән лейтенант Алёхин Александр Петрович, политрук урынбаҫары (Балтач районы егете) Бүздәк районынан Әмирханов Сабит Юлинола хәбәрһеҙ юғала. Дүртөйлө районынан трофейщик ҡыҙылармеец Әхмәтгәрәев А.Б., Туймазы районынан Абдуллин Әхтәм Вәхит улы, Маҡар районы Ташбүкән ауылынан ҡылыссы (сабельник) Абдрахманов Сабит, Өфөнән Әхтәрйәнов Рәхим һәләк булды[4] »

.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдуллин Йәғәфәр Ҡәйүм улының исеме Ульяновск өлкәһендә нәшер ителгән баҫмаларҙа һәм Ульяновск өлкәһенең Мәстәк (Мостяново) ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән[сығанаҡ 1002  көн күрһәтелмәгән].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Легендар Башҡорт дивизияһы. Р. Абайҙуллин. Дәүләкән район гәзите/2008 йыл, 10 апрель.
  • Газета «Красная звезда», 1942 год, 7 октября.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]