Австралия (ҡитға)
Австралия (лат. australis — «көньяҡ» һүҙенән килә) — Көнсығыш һәм көньяҡ ярымшарҙарҙа урынлашҡан ҡитға. Бөтә материк Австралия Союзы дәүләтенең төп өлөшө булып тора. Материк Австралия һәм Океания тигән донъя киҫәгенә ҡарай.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Географик урыны
Австралия — 7 659 861 кв. км майҙанлы Көньяҡ ярымшарҙағы материк[1]. Ҡитғаның төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 2700 км, көнбайыштан көнсығышҡа оҙонлоғо — 4000 км [2] , яр буйы оҙонлоғо (утрауҙарһыҙ) — 35 877 км[3]. Төньяҡ һәм көнсығыш яр буйҙарын Тымыҡ океан диңгеҙҙәре: Афур диңгеҙе, Коралл диңгеҙе, Тасман диңгеҙе, көнбайыш һәм көньяғын Һинд океаны йыуа. Австралия янында Яңы Гвинея һәм Тасмания эре диңгеҙ утрауҙары урынлашҡан. Австралияның төньяҡ-көнсығыш яры буйлап 2000 км-ҙан артыҡ оҙонлоҡта донъялағы иң ҙур мәрйен рифтары — Бөйөк Кәртә рифы урынлашҡан.
Австралияның иң ситтәге нөктәләре:
Австралияның көнсығыш нөктәһе — Байрон мороно ( ),
Австралияның көнбайыш нөктәһе — Стип-Пойнт мороно ( ),
Австралияның төньяҡ нөктәһе — Йорк (Австралия) мороно ( ),
Австралияның көньяҡ нөктәһе — Саут-Пойнт мороно ( ) ( Тасмания утрауын континент өлөшө тип ҡараған саҡта — Саут-Ист-Кейп мороно ).[2]
[үҙгәртергә] Рельефы
Күпселеген тигеҙлек тәшкил итә. 95% ер өҫтө диңгеҙ өҫтө бейеклегенән 600 м-ҙан артмай. Көнбайыш Австралия яҫытаулығының уртаса бейеклеге 400 — 500 м, ситтәре ҡалҡыуыраҡ. Көнсығышта Масгрев тауы (иң бейек нөктәһе — Вудровв тауы, 1440 м) һәм Мак-Доннелл һырты (иң бейек нөктәһе — Зил тауы, 1511 м).
[үҙгәртергә] Геологик төҙөлөшө
Ҡитғаның геологик төҙөлөшө нигеҙендә көньяҡ ярымшарҙағы Годвана материгы өлөшө булған боронғо Австралия платформаһы ята.
[үҙгәртергә] Климат
Австралия континенты Көньяҡ ярымшарҙағы өс төп йылы климат бүлкәтендә урынлашҡан: субэкваториаль (төньяғы), тропик (үҙәк өлөшө), субтропик (көньяғы). Тик Тасмания утрауының ҙур булмаған өлөшө уртаса климат бүлкәтендә урынлашҡан.
[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр
- ↑ Area of Australia - States and Territories (en). Geoscience Australia. Проверено 19 января 2009.
- ↑ 2,0 2,1 Continental Extremities (en). Geoscience Australia. Проверено 19 января 2009.
- ↑ Coastline Lengths (en). Geoscience Australia. Проверено 19 января 2009.