Агарев Алексей Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Агарев Алексей Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Патронимы йәки матронимы Фёдорович[d]
Тыуған көнө 1878
Тыуған урыны Чембарский уезд[d], Пенза губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1945
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто Пензенская духовная семинария[d]
Себер дәүләт медицина университеты
Томский университет[d]
Тулузский университет[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d], Рәсәй социал-демократик эшселәр (большевиктар) партияһы һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы


Агарев Алексей Федорович (партия ҡушаматы — Павел, Никита, 1878—1945) — урыҫ революционеры, совет дәүләт эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1878 йылда Пенза губернаһының Чембар өйәҙе Карсаевка ауылында рухани ғаиләһендә тыуған. 1899 йылда Пенза дини семинарияһын тамамлай, шунан һуң Томск университетының медицина факультетына уҡырға инә. 1901 йылдың мартында революция сыуалыштарында ҡатнашҡаны өсөн университеттан сығарыла һәм Красноярскиға һөргөнгә ебәрелә. Бынан ул сит илгә ҡасып китә.

1902 йылда РСДРП ойошмаһына инә һәм большевиктарға ҡушыла. «Осҡон» гәзите йомошо менән Рәсәйгә ҡайта һәм Харьков, Луганск һәм Һамар ҡалаларында партия эшендә була, 1903 һәм 1905 йылдарҙа батша власы тарафынан яңынан ҡулға алына. Бынан һуң Францияға эмиграцияға сыға, унда Тулуз университетын тамамлай һәм инженер-электрик булып сыға. шулай уҡ АҠШ-та һәм Австралияла йәшәй.

РСДРП-ның I (Таммерфорсский) конференцияһы (1905) һәм V (Лондон) съезында (1907) ҡатнаша. 1907 йылда Луганскиҙа К. Е. Ворошилов менән таныша, уның менән дуҫтарса мөнәсәбәте ғүмер аҙағына тиклем һаҡлана.

1917 йылдың февралендә Владивостокҡа килә, унда урындағы эшсе һәм һалдат депутаттары советының башҡарма комитеты ағзаһы итеп һәм шул уҡ йылдың август айында Владивосток ҡалаһы башлығы итеп һайлана. Октябрь революцияһын ҡабул итмәй, шунлыҡтан меньшевиктарға ҡушыла, Бөтә Рәсәй ойоштороу йыйылышы һайлауҙарына Алыҫ Көнсығыш меньшевиктары берекмәһенән кандидат була. 1919 йыл башына тиклем ҡала башлығы вазифаһын биләй, был вазифаны башҡарыусы һуңғы кеше була. Шулай уҡ Владивостоктың «Ҡыҙыл байраҡ» гәзите мөхәррире була.

1919 йылда Шанхайға сығып китә, 1920 йылда Ҡытайҙа Алыҫ Көнсығыш вәкиле вазифаһын биләй.

1920 йылдар аҙағында йәки 1930 йылдар башында ВКП(б) ойошмаһынан сығарыла: К. Е. Ворошилов уға яҙған шәхси хатында дуҫын партияла ҡабаттан тергеҙеү өсөн ул бөтә тырышлығын арнарға әҙер булыуы тураһында яҙа.

Тормошоноң һуңғы йылдарын Мәскәүҙә үткәрә, МДУ-да уҡытыусы булып эшләй. 1941 йылдың 31 мартында тарих фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлағандан һуң, тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була.

1945 йылда вафат була.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тюстин, А. В., Шишкин И. С. Пензенская персоналия. Славу Пензы умножившие. [В 3 т.]. Т. 1 (А-Л).: [биогр. слов.] / Тюстин А. В., Шишкин И. С. — Пенза : б. и., 2012. — 208 с.: портр.— с. 8.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]