Аджария

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Аджария картаһы
Батуми порты

Аджа́рия, рәсми исеме Аджария Автономиялы Республикаһы (грузинса აჭარა, Ač'ara; აჭარის ავტონომიური რესპუბლიკა, Ač'aris Avtonomiuri Respublika) — Грузия составындағы автономиялы республика, илдең көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Аджарияның башҡалаһы Батуми, Грузияның төп порты булып һанала. 1920 йылдан башлап, Аджар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы тип аталған, хәҙерге исемде 1990 йылда бирәләр.

Аджариянын төп халҡы — аджарҙар, грузин халҡының этнографик төркөмө. Урта быуаттарҙа аджарҙар ислам динен ҡабул итә.