Акциз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Акциз (франц. аccise) — киң ҡулланыу тауарҙарына һәм хеҙмәтләндереүгә һалынған ситләтелгән һалым төрө.

Тарих[үҙгәртергә]

Акциз күләме проценттарҙа акцизланған тауар хаҡынан сығып иҫәпләнә, уның хаҡына йәки хеҙмәтләндереү тарифына индерелә, ҡулланыусылар тарафынан түләнә, дәүләт һәм урындағы бюджеттың мөһим килем сығанағы булып тора.

19 быуатта Башҡортостанда тоҙ, шәкәр, шырпы, тәмәке, спиртлы эсемлектәргә дөйөм Рәсәй Акциз үҙ көсөндә була. 1904 йылдан бюджет килемендә Акциз өлөшө шарап монополияһы килтергән табыш менән 47,5%, 1909—13 йылдарҙа — 28,6% тәшкил иткән.

СССР‑ҙа 1930 йыл Акциз системаһы бөтөрөлә.

90‑сы йылдар башындағы һалым реформаһына ярашлы РФ‑та акциз яңынан индерелә.

Акцизлы тауарҙар ассортиментына этил спирты (коньяк, денатурат, эшкәртелмәгән спирттарҙан башҡа), спиртлы (денатурат спиртынан башҡа) һәм алкоголле (шарап материалдарынан башҡа) продукция (Алкоголь баҙарҙа көйләү буйынса федераль хеҙмәте эше), һыра, тәмәке, ювелир әйберҙәр, минераль сеймалдың айырым төрҙәре (нефть, газ), автомобиль бензины, еңел автомобилдәр һ.б. инә.

1998—2003 йылдарҙан һатыуҙан 5%‑лы универсаль һалым алына.

БР бюджетына һалымдан ингән аҡсаның дөйөм күләмендә Акциз һалымдары өлөшө (%): 1995 й. — 9,3; 2000 — 8,1; 2005 — 8,3; 2009 — 7,7.