Алабаш ҡурҙай
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Алабаш ҡурҙай | ||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||||
| Acrocephalus paludicola (Vieillot, 1817) |
||||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Юғалыуға бирешеүсе төр IUCN 3.1 Vulnerable : / 148383 |
Алабаш ҡурҙай(урыҫ.вертлявая камышевка)- ҡамыш, япраҡ араларында осоп йөрөй торған теремек ҡош.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Турғайҙан бәләкәйерәк. Ҡойроғоноң осо түңәрәкләнеп бөтә. Һырты ҡара һм ерән таплы һарғылт һоро. Кәүҙәһенең аҫ яғы көрәнһыу аҡ. Түбәһе уртаһынан һары һыҙыҡ үтә, уның ике яғында киң генә ҡара таптар бар. Күҙҙәре өҫтөндәге ҡаштары ап-аҡ. Сыбар турғайҙан сыбар һырты һәм түбәһенән үткән һары һыҙыҡ менән айырыла.
[үҙгәртергә] Тауышы
Тауышы киҫкен генә:"ткк-ткк" йәки"тррр-тррр" Һайрауы тоноҡ ҡына тырылдауҙан тора.
[үҙгәртергә] Туҡланыуы
Төрлө бөжәктәр менән туҡлана
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Һыу буйҙарындағы ҡамыштарҙа, шырлыҡтарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ҡамыш йәки үлән һабаҡтарына оя яһай. Ҡыҙғылт һәм һоро таптар менән сыбарланған 5-6 аҡ йомортҡаһы була.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
| Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы төрҙөң стктусы күрһәтелмәгән |
|
| ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә |
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9