Ала ҡарға
| Ала ҡарға | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Corvus cornix Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
| Ареал | ||||||||||||||
|
|
Ала ҡарға (урыҫ. Се́рая воро́на (лат. Corvus cornix) — төр ҡош. Ҡоҙғондар ырыуындағы ҡош.
Ала ҡарға- бик билдәле ҡош.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Парлашып йәки күмәкләшеп йәшәйҙәр. Суҡышы, башы, түше ҡойроғо һәм ҡанаттары ҡара, кәүҙәһенең башҡа өлөшө ҡуйы һоро төҫтә. Ҡара ҡарғанан ҡауырһындарындағы һоро төҫө менән айырыла. Ҡарлыҡҡан тауышлы: "Ҡарр-ҡарр".
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Бик киң таралған. Ағас баштарында оялай. Йыш ҡына бер ағаста унлап оя була. Бер өлөшө көньяҡҡараҡ күсенә, икенсе өлөшө ҡышты ҡалалар тирәһендә үткәрә.Торлаҡ тирәләрен төрлө ташландыҡтарҙан таҙартып, бер аҙ файҙа килтерһә лә, ҡырҙа ҡош ояларын туҙҙырып, зыян да яһай.
[үҙгәртергә] Туҡланыуы, үрсеүе
Кешенән ҡалған торлаҡ ташландыҡ аҙыҡтар, үләкһә, ҡош себештәре, балыҡ менән туҡлана.
Көрән һәм һоро таптар менән сыбарланған күкһел йәшел 5 бөртөк йомортҡаһы була.
[үҙгәртергә] Шулай уҡ ҡарап ал
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
Э.Ф.Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө-1986 йыл.67-се бит.
[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Статья в энциклопедии Брокгауза и Ефрона
- Статья в БСЭ
- http://www.ecosystema.ru/08nature/birds/128.php
- Серая ворона и охота на неё
- Форум о содержании врановых