Алеф (йәһүд хәрефе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
א א

А́леф, йәһ. אָלֶף‎ - семит (йәһүд, ғәрәп һ.б.) әлифбаһының беренсе хәрефе. Иҫке йәһүд телендә алеф - [ʔ] өнө өсөн ҡулланылған.

Боронғо йәһүд әлифбаһында алеф хәрефе тамаҡ төбө менән әйтелгән өн булған. Хәҙерге заман Израиль ивритендә Алеф хәрефе әйтелмәй. Хәрефтең исеме үгеҙҙе аңлатҡан һүҙҙән килеп сыҡҡан.

F1

.

Ивриттә бөтә хәрефтәрҙең дә һан мәғәнәһе бар. Элек йәһүдтәр, башҡа ҡайһы бер халыҡтар кеүек, иҫәп өсөн махсус символдар — цифрҙарҙы белмәгән, һан урынына хәрефтәр ҡулланған. Дини текстарҙа, календарҙа, иврит һөйләшендә әле лә һан хәреф менән алмаштырыла. Алеф хәрефенең һан ҡиммәте — 1. Мистик символикала алеф бөтә йәшәйештең берҙәмлеген кәүҙәләндерә.

Каббалала (йәһүдтәрҙең мистик ғөрөф-ғәҙәте) был хәреф Эйн-софты (йәһ. אינסוף‎, алланың исеме) — сикһеҙлек, ғәжәр матур илаһилыҡты белдерә; шулай уҡ күккә һәм ергә күрһәтеп торған кеше ҡиәфәтендә тип әйтелә; күплек теорияһында алеф хәрефе сикһеҙлектең ҡеүәтен сағылдыра.

Aleph-script.png