Али Назим

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Али Назим
әзерб. Əli Nazim
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 24 ноябрь 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Тәбриз, Каджарский Иран[d]
Вафат булған көнө 23 август 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (34 йәш)
Вафат булған урыны Баҡы, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Балалары Ramin Mahmudzade[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Әзербайжан теле
Һөнәр төрө әҙәби тәнҡитсе, историк литературы
Уҡыу йорто Ленинград көнсығыш институты[d]
 Али Назим Викимилектә

Али Назим (псевдоним; төп исеме һәм фамилияһы Мәхмүтзадә Әләкбәр Мәхмүт уғлы; азерб. Mahmudzadə Ələkbər Mahmud oğlu (Əli Nazim); 24 ноябрь 1906 йыл — 23 август 1943 йыл) — СССР-ҙың ғалим-тәнҡитсеһе һәм әҙәбиәт белгесе. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Али Назим 1906 йылдың 24 ноябрендә Тәбриз ҡалаһында тыуған. Ленинград көнсығыш институтын тамамлаған, һуңғараҡ Мәскәүҙә аспирантурала уҡып, уны уңышлы тамамлай. Фәнни-педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 1921 йылдан алып «Иштираҡ» («Коммунист») гәзитендә баҫыла. 1930 йылдан алып Коммунистар партияһы ағзаһы. Марксистик әҙәби тәнҡитсеһе булараҡ сығыш яһай[1]. Әзербайжанда марксистик төнҡитенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, тип һанала. Шулай уҡ уның классик әҙәбиәте тарихы буйынса эштәре билдәле (М Ф. Ахундов, Дж. Мамедкулизаде, М. А. Сабир һәм башҡалар тураһында). Назимдың ҡайһы бер мәҡәләләрендә вульгар социологизм йоғонто бар.

1936 йылда уны «өҙгөссөлөк ғәҙәттәре һәм плагиат» өсөн партия ағзалығына кандидаттарҙан сығаралар[2]. 1937 йылдың 18 мартында ҡулға алына. Али Назимдың күрһәтмәләре һөҙөмтәһендә « 51 кеше яманатлы булып ҡала». СССР Юғары судының хәрби коллегияһының шул уҡ йылдың 10 октябрендәге ҡарарына ярашлы 10 йылға хөкөм ителә. А. Джавад, Г Джавид, Мушфиг, Мусаханлы, Юсиф Вәзир, С. Гусейн, Кантемир, Талыблы һәм А. Рази менән бергә « герман-япон фашизмы агенты троцкист, мусауатсы һәм һәм национал-уклонист» тип иғлан ителә.

1941 йылдың 23 авгусында атып үлтерелә. 1950 йылда аҡлана[1].

Билдәле эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Пролетар әҙәбиәте тураһында» (1926)
  • «Мәҙәни революция һәм мәҙәни мираҫ мәсьәләләре» (1928)
  • «Беҙҙең драматургиябыҙ юлдары» (1933)
  • «Классиктарҙы ленинса өйрәнеү» (1934)
  • «Октябрь һәм беҙҙең тәнҡит» (1934)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Назим / И. К. Луппол, М. М. Розенталь, С. М. Третьяков, С. С. Лесневский. — Первый всесоюзный съезд советских писателей, 1934. Стенографический отчет. Приложения: Советский писатель, 1990. — Т. 2. — С. 56.
  2. Ашнин Ф. Д., Алпатов В. М., Насилов Д. М. Репрессированная тюркология. — М.: «Восточная литература» РАН, 2002. — С. 156−157.