Андреев Игорь Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Андреев Игорь Владимирович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 28 сентябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө спортсы
Уҡыу йорто ӨДНТУ

Андреев Игорь Владимирович (28 сентябрь 1956 йыл) — биш төр ярыш спортсыһы. СССР йыйылма командаһы составында Европа кубогы эйәһе һәм шәхси зачетта көмөш призеры (1983). СССР чемпионатында шәхсән зачетта һәм СССР чемпионатында команда зачетында бронза призеры (1982). СССР һәм РСФСР йыйылма командаһы ағзаһы (1980-1984). Хәҙерге заман бишбәйгеһе буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). Халыҡ-ара, Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында күп тапҡыр еңеүсеһе һәм призеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Игорь Владимирович Андреев 1956 йылдың 28 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. Өфө нефть институтын тамамлаған (1978). «Динамо» Башҡорт өлкә советы спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В. А. Абрамов, В. С. Голиванов, Г. Г. Ефимов). 1994 йылда Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Юғары инженер янғын -техник мәктәбен тамамлаған (1994).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР йыйылма командаһы составында Европа кубогы эйәһе һәм шәхси зачетта көмөш призеры (1983); СССР чемпионатында шәхсән зачетта һәм СССР чемпионатында команда зачетында бронза призеры (1982); СССР һәм РСФСР йыйылма командаһы ағзаһы (1980-1984); Хәҙерге заман бишбәйгеһе буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]