Андрей Сулин исемендәге парк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Андрей Сулин исемендәге парк
Нигеҙләү датаһы 1969
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Красный Сулин[d]
Карта

Андрей Сулин исемендәге мәҙәниәт һәм ял итеү паркы [1] Ҡыҙыл Сулин ҡалаһында Фурманов урамындағы парк.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихы 1969 йылдан башлана. Шул саҡта Ҡыҙыл Сулин хеҙмәтсәндәр депутаттарының ҡала советы башҡарма комитеты 1969 йылдың 22 июлендә «Металлург» стадионы районында урынлашҡан йәшел зонаны төҙөкләндереү һәм унда ҡала паркын булдырыу тураһында 317-се ҡарар ҡабул итә. Парк төҙөү өсөн бүленгән майҙан 20 гектар тәшкил итә, әммә был территорияның парк планировкаһы булмай, халыҡ өсөн ял итеү урындары йыһазландырылмаған була. Ҡала паркының планын башҡарыу бурыстары Ҡала башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлегенә йөкмәтелә, проект төҙөү эштәренә лимит 2500 һум тәшкил итә, парк төҙөү урындағы бюджет аҡсаһы иҫәбенә финанслана. 1970 йылдың июнендә ҡала мәҙәниәт һәм ял паркы асыла.

Шул уҡ ваҡытта, ҡайһы бер предприятиеларға паркты төҙөкләндереү буйынса бурыстар йөкмәтелә. Мәҫәлән, коммуналь предприятиелар комбинаты урмансылыҡ хужалығы менән берлектә ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар ултырта. Ремонт төҙөлөш идаралығы менән металлургия заводы йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтарҙа асфальт түшәй, йәйге кинотеатр һәм бейеү майҙансығы төҙөй. 18-се төҙөлөш идаралығына шахта идаралығы менән берлектә уҡыу залы булдырыу йөкмәтелә. Парк төҙөкләндереү үтә яй темптар менән бара, Сулин Дәүләт Металлургия заводы йәйге кинотеатр төҙөү өсөн ер участкаларын 1971 йылдың апрель айында ғына бүлеп бирә. Уҡыу залы һәм китаптарҙы һаҡлау бинаһы төҙөлмәй ҡала. Шул уҡ ваҡытта «Кәмә» һәм «Самолет» кеүек аттракциондар ҡуйыла.

Паркта беренсе аттракциондарҙың береһе.

1976 йылда паркта 700 урынлыҡ «Йәшел» кинотеатр эшләй башлай[2] , 7 аттракцион ҡуйыла, һәм күҙәтеү тәгәрмәсе төҙөлә.

1976 йылда парк, өҫтән күренеш

Паркты йәшелләндереү даими үтә, 600-ҙән ашыу ағас ултыртыла: һәм парк биләмәһендә ике сауҙа павильоны урынлаштырыла. Паркта Һәр ваҡыт музыка уйнай, байрам саралары, конкурстар һәм уйындар үтә. 1976 йылда 1976—1980 йылдарҙа реконструкциялауҙың проекты эшләнә һәм раҫлана. Парк территорияһында яҡтыртыу бағанаһы, касса киоскылары, пневматик тир, беседка, павильон һ.б. ҡуйыу планлаштырыла

2017 йылдың мартында 40 йыл хеҙмәт иткән «күҙәтеү тәгәрмәсен» демонтажлау башлана[3]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]