Анемия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Аҙ ҡанлылыҡ
Iron deficiency anemia.jpg
Тимер дифициты анемияһында ҡандың гистологик картинаһы
МКБ-10 D50 - D89
МКБ-9 xxxxxx
DiseasesDB 663 663
MedlinePlus 000560 000560
eMedicine med/132  med/132 
MeSH D000740 D000740

Анемия — (грекса an- — кире приставка һәм haima — ҡан), аҙ ҡанлылыҡ, ҡан күләме берәмегендә гемоглобин һәм (йәки) эритроциттарҙың кәмеүе.

Классификациялырҙың үҙенсәлеге[үҙгәртергә]

Постгеморрагик (ҡан юғалтыуҙан барлыҡҡа килә), тимер дефицитлы (организмда тимеретешмәгәндә), фолий ҡытлығы (B12 витамины етешмәгәндә), нәҫелдән килгән гемолитик (эритроциттарҙа генетик боҙолоу булғанда) һәм тормошта барлыҡҡа килгән (эритроциттарҙың бөтөүенә булышлыҡ итеүсе ҡайһы бер дарыу препараттары һәм химик матдәләр тәьҫире булғанда) һ.б. анемияға айыралар. Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә.

Патогенез[үҙгәртергә]

Төп симптомдары: тиҙ арыусанлыҡ, тын ҡыҫылыу, физик көсөргәнеш ваҡытында йөрәктең йыш тибеүе, тире ҡатламының ағарыныуы, баш әйләнеү, күҙ алды сыбарланыуы, күреү һәләтенең кәмеүе. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәрен ҡулланалар.

Дауалау[үҙгәртергә]

Дауалау медикаментоз (составында тимер, микроэлементтар булған дарыу препараттары), хирургик (елек күҙәнәктәрен күсереп ултыртыу), диетотерапия, ҡан препараттарын ебәреү. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: ҡан ағыу, йөрәк-ҡан тамырҙары етешмәүсәнлеге һ.б.

Иҫкәртеү[үҙгәртергә]

Анемиябарлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән сәбәптәрҙе бөтөрөү. Башҡортостанда 2005 й. 100 мең кешегә А. м‑н дөйөм ауырыусанлыҡ 2979,3 тәшкил итә, тәүләп асыҡланған — 1172,6; шуға ярашлы 2007 йыл — 3418,1 һәм 1381,6; 2009 йыл — 3238,1 һәм 1137,1. Анемияны диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү буйныса фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла (Ә.Б.Бәкеров, В.И.Никуличева, Г.Ш.Сафуанова һ.б.). “Иммунопрепарат” пртиеһында анемияның төрлө формаларын дауалау өсөн церулоплазмин дарыу препаратын алыу технологияһы эшләнә һәм етештереүгә индерелә (А.Ғ.Исрафилов, С.Ә.Йәнекәева).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Никуличева В.И., Сафуанова Г.Ш. Железодефицитная анемия — современные аспекты. Уфа, 2003.
  • Шулутко Б. И. Внутренняя медицина. Руководство для врачей в 2 томах. Спб.: «Левша. Санкт-Петербург», 1999
  • Шулутко Б. И., Макаренко С. В. Стандарты диагностики и лечения внутренних болезней. 3-е изд. СПб.: «Элби-СПБ», 2005

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Анемии Анемии довольно часто встречаются у детей на первом году жизни.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Ҡалып:Кровь