Ауыл ере
Уҡыу көйләүҙәре
Ауыл ере — кешеләр йәшәгән биләмә, ҡалалар һәм ҡала ситенән башҡа.
Ул тәбиғи һәм кеше ҡулланған ландшафтарҙы, шулай уҡ ауылды, утарҙарҙы, фермаларҙы үҙ эсенә алып тора. Ауыл шөғөлдәре төрлөсә булырға мөмкин: урмансылыҡ, малсылыҡ, баҫыусылыҡ(ҡырсылыҡ), үҫемлекселек һәм һунар-сәнәғәте хужалыҡтары; продукцияны эшкәртеү тармаҡтары; рекреацион хеҙмәт күрһәтеүҙәре (дача, ял итеү өйҙәре, пансионат, ҡунаҡхана); тәбиғәт һаҡлау хеҙмәте (ҡурсаулыҡтар, заказниктар, милли парктар); коммуникация функциялары (юлдар); халыҡтың йәшәү урыны һәм эш урындары (ауылда йәшәп, ҡалала эшләп йөрөү миграцияһы).
Т.Нефедова ауыл еренең үҫешеүен биш осорға бүлә, улар урбанизация осорҙарына тура килә:
- тәбиғи, күбеһенсә тәбиғи хужалыҡ, уларҙың үҫеше тәбиғи шарттар менән бәйле. Тәбиғи-этник төрлөлеге менән айырылып тора;
- ҡалаға әйленеү алдынан, тәбиғи-милли, ауыл халҡы күсеп китеп тора, әммә халыҡтың тәбиғи артыуы һаҡлана, ер файҙаланыу һәм мәҙәни һөнәр айырыла башлай;
- урта урбанизация осоро, территорияларҙа киҫкен бүленеш барлыҡҡа килә, ауыл хужалығын алып барыу өсөн ҡайҙалыр яҡшы (көньяҡ) һәм насар (северная) тәбиғи климат шарттар барлығға килеүе, шуға ла ҡайһы бер райондарҙа ауыл хужалығы ҡаҡшай;
- урбанизациянан һуң, ауыл халҡының үҫешен талап итмәй генә, зона айырмалары күбәйә, капитал хеҙмәтте алмаштыра;
- экологик осор, ауыл биләмәһе агарар өлкәнән рекреацион хужалыҡҡа әүерелә.[1]