Ферма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Испания фермаһы.

Фермаауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе шәхси ауыл хужалығы предприятиеһы.

Рәсәйҙә 1930 йылдарҙан башлап фермер эшсәнлеге тыйыла, уның урынына колхоздар, совхоздар барлыҡҡа килә. Колхоз, совхоздарҙа бер нисә тиҫтәнән бер нисә мең эре мөгөҙлө мал тотҡан терлекселек фермалары барлыҡҡа килә. Әмма ҡайһы бер сикләүҙәр менән, үҙ кәрәк -ярағың өсөн, спекуляция һәм коммерция менфәғетендә булмаған йорт яны хужалыҡтары тотоу рөхсәт ителә. Ауыл хужалыгы эшмәкәрлеге төрө булараҡ фермер хужалығы 1990 йылдарҙың икенсе яртыһынан, ергә эйә булыу хокуғы керетелгәс тарала.