Ашдод
| Ҡала
Ашдод
אשדוד
|
Ашдо́д (йәһ. אשדוד, ғәр. إسدود/أشدود)– Израилдең Көньяҡ округында ҡала. Ҙурлығы буйынса Израильдә бишенсе ҡала, Телль-Авивтан 30км көньяҡта урынлашҡан. Ҡала төбәктә мөһим сәнәғәт үҙәге булып тора. Ашдод порты — илдә иң эре порт, уның аша илгә керетелгән йөктәрҙең 60 % үтә. Ҡалала яҡынса 210 мең кеше йәшәй.
Хәҙерге Ашдод урынындағы тораҡ тураһында яҙма документтар Б.Э.Т XVII быуатҡа барып тоташа, был донъялағы иң боронғо ҡала тип иҫәпләргә дәлил бирә. Ашдод Библияла 30 тапҡыр телгә алына.
Хәҙерге Ашдодҡа, элекке ҡаланан йыраҡ түгел ҡомло тауҙарҙа, 1956 йылда нигеҙ һалына. Ҡала статусы 1968 йылда бирелә. Был ваҡытта ҡала биләмәһе 60 кв. км, халҡы 20 мең була. Ҡала генераль план буйынса үҫә, был һауа бысраныуын булдырмауҙы, юл хәрәкәтен ойоштороуҙы еңеләйтә. Израиль Үҙәк статистика бюроһы мәғлүмәте буйынса 2007 йылда Ашдодта 207 мең кеше йәшәй, майҙаны 47 242 дунам тәшкил итә.
[үҙгәртергә] Рәсемдәр
[үҙгәртергә] Ҡәрҙәш ҡалалары
Ашдодтың ҡәрҙәш ҡалалары:
[үҙгәртергә] Искәртмәләр
- ↑ Ashdod, jumelée à Bordeaux le 7décembre 1984 (French). Official Bordeaux website. Проверено 18 Сентябрь (Һарысай) 2007.
- ↑ Bahía Internacional Ciudades Hermanas (Spanish). Official Bahia Blanca website. Проверено 18 Сентябрь (Һарысай) 2007.
- ↑ Städtepartnerschaften des Bezirks Spandau (German). Official Spandua website. Проверено 18 Сентябрь (Һарысай) 2007.
- ↑ Tampa Sister Cities. Official site for the city of Tampa, Florida. Проверено 18 Сентябрь (Һарысай) 2007.