Аҡбауыр турғай (Вьюрок, йәки юрок) (лат. Fringilla montifringilla) -Европала һәм Азияла йәшәй торған, ата турғайҙарының төҫө йылтыр ҡара, аҡ һәм ҡыҙыл-көрән аралаш ала булған турғай.
Турғай ҙурлыҡ. Яҙлы-йәйле парлашып, көҙлө-ҡышлы тупланып йөрөйҙәр. Ата ҡоштоң башы, ҡанаттары, ҡой¬роғо ҡара. Өҫ яҡтан ҡойроҡ төбө, ҡорһағы, ҡанаттары¬ның сите. аҡ. Түшендә, яурындарында, ҡанаттарында нә¬ҙек ҡыҙғылт һыҙыҡтар бар. Инә ҡош тоноғораҡ төҫтә. Алағанат турғайҙан ҡара башы, аҡ ҡорһағы менән айы¬рыла. Тауышы киҫкен; «шжәәә», осҡанда «тк-тк-тк» тигән тауыштар сығара, һайрауы дауамлы: «кжжж». Ҡайынлы урмандарҙа йәшәй. Бөжәктәр, ағас һәм үлән орлоҡтары менән туҡлана, йылы яҡҡа_китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Бик һирәк осрай. Ҡыш күбәйә төшә. Ағаста оялай. Көрән таплы 4—6 йәшкелт зәңгәр йоморт¬ҡаһы була.