Аҡ күбәләктәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Аҡ күбәләктәр
Аҡ күбәләктәр
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуантыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Надотряд: Amphiesmenoptera
Отряд: Күбәләктәр
Ғаилә: Аҡ күбәләктәр
Латинса исеме
Pieridae Duponchel, 1835
Ярым ғаиләләр
ITIS 117267
NCBI 7114

Аҡ күбәләктәр (лат. Pieridae) — көндөҙгө күбәләктәр ғаиләһе; Яңы Зеландиянан башҡа бөтә илдәрҙә йәшәй торған көндөҙгө күбәләктәр[1]. Донъя фаунаһында 500 ләп төрө иҫәпләнә.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Ҡанат йәйеме 8 см-ға хәтле. Артҡы ҡанаттарында эске уйымта булмауы һәм уларҙа ике аналь һеңерсә булыуы аҡ күбәләктәрҙең үҙенсәлекле билдәһе булып тора. Алғы аяҡтары яҡшы үҫешкән. Төҫтәре күбеһенсә аҡ, һары һәм ҡыҙғылт-һары. Күбәләк ҡарышлауыҡтары йәшел йәки сыбар, ҡыҫҡа төктәр менән ҡапланған. Ҡурсаҡтары баштарын өҫкә ҡаратып урынлаша, ебәк ебенән биле менән субстратка йәбештерелә. Аҡ күбәләктәр һәр ерҙә осорай, Ҡайһы бер төрҙәре күп һанлы. Аҡ күбәләктең айырым ырыуҙарының үҫеше, ҡағиҙә булараҡ, үҫемлектәрҙең билдәле ғаиләләре менән бәйләнгән: аҡ күбәләк (Pieris) әүернә сәскәлерәрҙә, һары күбәләк (Colias) — ҡуҙаклыларҙа, ҡайһы берҙәре раузаларҙа һ.б. йәшәй. Кәбеҫтә күбәләге алғы ҡанаттарының осо ҡара төҫтәге эре аҡ күбәләк, инә күбәләктең 2-шәр түңәрәк ҡара табы бар. Йыш ҡына лимон күбәләге лә осорай. Ҡанаттары осло. Аталары — һары, иналары йәшкелт аҡ төҫтә. Киң таралған төрҙәре: һары ҡыр күбәләге, дүләнә күбәләге, борсаҡ күбәләге, шалҡан күбәләге һәм гәрәнкә күбәләге.

Туҡланыуы[үҙгәртергә]

Айырым төрҙәре туҡланыу сылбырында мөһим роль уйнай. Гәрәнкә күбәләге, шалҡан күбәләге, кәбеҫтә күбәләге — әүернә сәскәлеләр; һары күбәләк — ҡуҙаҡлылар, дүләнә күбәләге — төшлө һәм орлоҡло емеш культураларының ҡоротҡостары. Аҡ күбәләктәр менән көрәшеү өсөн механик, химик һәм биологик ысулдар ҡулланыла.

Clouded Yellow, Colias croceus
Psyche Butterfly, Leptosia nina

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)

Сығанаҡ[үҙгәртергә]