Аҡ сәпсек
| Аҡ сәпсек | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Motacilla alba Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
|
Аҡ сәпсек, кәмәрсек, кәмәрсен, боҙтишкес, сәберсәк, сәбәрсен (лат. белая трясогузка, лат. Motacilla alba) — Австралиянан башҡа бөтә илдәрҙә йәшәй, бөжәктәр менән туҡлана, йорт тирәһендә йыш оялай, ерҙә йөрөгәндә ҡойроғон һелкетеп йөрөй торған ҡаралы сыбар аҡ сәпсек.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Турғай ҙурлыҡ. Оҙон ҡойроҡло һәм төҙөк кәүҙәле матур ҡош. Ҡойроғон өҙлөкһөҙ бәүелтеп, туҡтай-туҡтай йүгереп йөрөй. Арҡаһы, аҡһыл һоро, түбәһе, елкәһе ҡуйы һоро. Тамағы, түше, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара. Ҡанаттарында, ҡойроғоноң ике яҡ ситендә аҡ һыҙыҡтар бар, ҡорһаҡ яғы аҡ. Башҡа сәпсектәрҙән. дөйөм аҡ төҫө менән айырыла.
[үҙгәртергә] Тауышы
Тауышы яңғырауыҡлы: «тити-түри», «тирлит».
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Йылға буйҙарында йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Таш араларында, ағас ҡыуыштарында, иҫке ҡоролмаларҙа оялай, һоро таплы 5—6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.
[үҙгәртергә] Галерея
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90