А (кирил хәрефе)
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
|
||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
А, а (а) — башҡорт алфавитының беренсе хәрефе. Ҡалын һуҙынҡы. Ул бик күп телдәрҙә ҡулланыла һәм алфавиттың беренсе хәрефе булып тора. Башҡорт телендә уның өс варианты ҡулланылды.
- Ғәрәп графикаһында - ا
- Латин графикаһынды - Áá
- Кирил графикаһында - А,а
[үҙгәртергә] Тарих
Иҫке славян телендә был хәрефтең исеме аꙁъ/ⰰⰸⱏ [azŭ] ( башҡ. мин алмашы).
Был хәрефтең гематрияһы (һан ҡиммәте) — 1.
Шулай уҡ был хәреф имзаларҙа «бер» -моно, «беренсе», proto- һүҙҙәре урынына ҡулланылған. Мәҫәлән, иск.-слав. а.хъ, йәғни иск.-слав. монахъ (икона яҙыусылар имзаһы, башҡ. христиан дини община ағзаһы); иск.-слав. а.игоумєнъ, йәғни иск.-слав. протоигоумєнъ (башҡ. ирҙәр монастыры башлығы) тигәнде аңлатҡан.
