Байым Ҡыҙраев
Байым Ҡыҙраев | |
Тыуған көнө |
1720 йылдан алда |
---|---|
Тыуған урыны |
Байым ауылы, |
Вафат булған көнө |
1783 йылдан һуң |
Вафат булған урыны |
Байым ауылы, |
Подданлығы | |
Атаһы |
Ҡыҙрай Дәүләтов |
Балалары |
Абҙан (йәки Абҙаҡ) Байымов |
Байым Ҡыҙраев (Байым тархан Ҡыҙраев) — башҡорт старшинаһы, тархан, мәғдән эҙләүсе, 1773—1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачёв полковнигы[2], һуғышта ҡатнашыусы Башҡорт ғәскәренең баш ғәскәри судьяһы[3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй империяһының Иҫәт провинцияһы Күбәләк улусы старшинаһы.Байым Ҡыҙраевтың ҡартатаһы Тормәмбәт Ялтыҡов кенәз булған. Байымдың йорт старшиналары булып хеҙмәт иткән Абҙан, Әбдүкәй (1761—?) һәм Ҡаҙымбәт (1762—?) исемле улдары билдәле[4].
Мөлкәтендә 6 мең баш йылҡы малы булған. Көньяҡ Уралда тимер мәғдәнен, шул иҫәптән Магнит тауын, беренсе асыусы булараҡ билдәле.
1740 йылда штейгер Марков һәм тәржемәсе Роман Уразлинға Әтәс тауында (хәҙерге Магнитогорск) тимер рудаһы ятҡылығын күрһәтә. Шулай уҡ завод хужалары Иван Мясников һәм Иван Твердышевҡа Ҡара Табын улусының башҡорт Ейәнбайҙың ауылы янында тимер ятҡылығы булыуы тураһында хәбәр итә[4].
Батшаға тоғро хеҙмәте өсөн ҡылыс менән бүләкләнә[4].
1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын карателдәр тарафынан баҫытырыу ваҡытында, Ҡыҙыл ҡәлғәһендә хеҙмәт иткән тархан Байым Ҡыҙраев пол командиры Исаков тарафынан ҡулға алына. Исаков уны баш күтәреүселәрҙең шымсыһы тип һанай һәм ике тапҡыр ҡаты язаға тарттыра[4].
1770 йылдың 18—19 июнендә академик И. И. Лепёхин менән осраша. Иван Лепёхин уның байлығы һәм ҙур йылҡы өйөрҙәре тураһында мәғлүмәттәр яҙып ҡалдырған[4].
1774 йылдың апрелендә Е. И. Пугачёв уға атлы отрядтарҙы ойоштороуҙы һорап хат яҙа. Ҡыҙраев үҙенең командаһы менән бергә Пугачёвҡа килә һәм ихтиласыларҙың Хәрби коллегияһы тарафынан Башҡортостан судьяһы итеп тәғәйенләнә[4].
Карател ғәскәрҙәренең баш командующие генерал-поручик Ф. Ф. Щербатов үҙенең 1774 йылды 11 майында императрица Екатерина II яҙған донесениеһында Байым тархандың башҡа башҡорт старшиналарға бигерәк тә ҙур йоғонтоһо өсөн уларҙың «рухи түрәһе» («духовный начальник») тип атай[4].
1773 йылда Байым Ҡыҙраев отставкаға киткәс уның улы Абҙан Күбәләк улусы старшинаһы була[4].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әбйәлил районының Байым ауылы һәм ошо ауылдағы бер урам Байым тархан Ҡыҙраев исемен йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мишкович Г. И. Дело о горе Магнитной //Вопросы истории. 1977. № 3.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. Кн.1. — Уфа, 1997.
- Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии. — Уфа, 1975.
- Материалы для истории Пугачевского бунта // Пермский сборник. — М., 1860. Кн. 2.
- Лимонов Ю. А., В. В. Мавродин, В. М. Панеях. Пугачев и пугачевцы. — Л., 1974.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әсфәндиәров Ә. З. Байым Ҡыҙраев // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.