Балсыҡлы тупраҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Балсыҡлы тупраҡ – (ингл. Loam, урыҫ. Суглинок) –тупраҡтын төрө. 21.302-96 һанлы дәүләт стандарты буйынса инженер-геологик һыҙмаларҙа һүрәтләнә.

Балсыҡлы тупраҡ

Балсыҡлы тупраҡ Төҙөлөштә ҡулланыуҙы тапты:

  1. Балсыҡлы тупраҡтан төҙөлөш материалдарҙы эшләйҙәр (кирбеҫ, черепица, иҙән өсөн керамик таҡталар, канализация һәм дренаж торбалар), кирбеҫ-һалыу (урыҫ. кирпично-кладочный) растворҙар, балсыҡ-эзбиз цемент (урыҫ. глинно-известковый цемент), портландцемент; стеналарҙы һөртөү(урыҫ. мазать), майлау растворҙары.
  2. Балсыҡтуҡмау йорттарҙы(урыҫ. глинобитные постройки) төҙөү
  3. Төҙөлөш эшендә һыуҙы бүлеп тороу өсөн махсус кәртәләр (урыҫ. перемычки)
  4. Һыуға ҡаршы прокладкалар (урыҫ. водонепроницаемые прокладки)
  5. Ҡойоу эштә (урыҫ. в литейном деле): металл отливкалар эшләү өсөн формалар
  6. Геологиятикшереү (урыҫ. геологоразведочный) эштәрҙә, быралау ваҡытта
  7. Йорттарҙын нигеҙе өсөн

ДСТ буйынса төрҙәре[үҙгәртергә]

25100-95ДСТ буйынса балсыҡлы тупраҡ – балсыҡ, ҡом, саң бөртөктәрҙән торған ултырма дисперс тоҡом (урыҫ. осадочная дисперсная порода), һәм уның һалмаҡ һаны (урыҫ. число пластичности) IP = 7-17 ситтәрҙә ята. Аға алыу күрғәткесе (урыҫ. показатель текучести) буйынса балсыҡлы тупраҡ була:

  1. ҡаты, IL < 0
  2. яртығына ҡаты, 0 ≤ IL ≤0.25
  3. ҡаты һалмаҡлы (урыҫ. тугопластичный) 0.25 < IL ≤ 0.5
  4. йомшаҡ һалмаҡлы (урыҫ. мягкопластичный) 0,5 < IL ≤ 0.75
  5. аға алыу һалмаҡлы (урыҫ. текучепластичный) 0,75 < IL ≤ 1
  6. аға алыулы (урыҫ. текучий) 1 < IL

Бөртөктәр буйынса:

  1. Еңел ҡомлы (урыҫ.  лёгкие песчанистые )
  2. еңел саңлы (урыҫ.  лёгкие пылеватые )
  3. ауыр ҡомлы (урыҫ.  тяжёлые песчанистые )
  4. ауыр саңлы (урыҫ.  тяжёлые пылеватые )

Һылтанмалар[үҙгәртергә]