Эстәлеккә күсергә

Башҡортостандың һыу ресурстары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нөгөш йылғаһы

Башҡортостандың һыу ресурстары — Башҡортостан Республикаһының һыу сығанаҡтарын берләштергән бол, тәбиғәт байлығы. Республикабыҙҙың иң ҙур йылғаларының күпселеге Каспий диңгеҙе бассейнына ҡарай. Улар — Урал һәм Ағиҙел йылғалары. Ағиҙелдең иң ҙур ҡушылдыҡтары — Ҡариҙел, Дим, Эҫем, Ашҡаҙар, Шәп Танып. Башҡа ҙур йылғаларҙан Йүрүҙән, Ыҡ, һаҡмарҙың үр ағымы, Таналыҡ. Уй менән Миәс йылғалары Төньяҡ Боҙло океан бассейнына инә.

Ер өҫтө һыуҙарының барлыҡҡа килеү шарттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беҙҙә йылға һәм күлдәрҙе һыу менән туйындырыусы төп сығанаҡ — ул атмосфера яуым-төшөмө һәм аҙыраҡ дәрәжәлә ер аҫты һыуҙары, яуым-төшөмдөң иң күп миҡдары Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүҙәренә тура килә. Шуға ла иң ҙур йылғалар шул төбәктән башлана.

Башҡортостан йылғалары — күбеһенсә яҙын ныҡ ташыусы йылғалар. Көҙөн ямғыр һыуынан йылға кимәленең бер ни тиклем күтәрелеүе күҙәтелә. Көньяҡ Урал йылғаларына һыу кимәленең йыш күтәрелеү режимы хас.

Республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы — Ағиҙел. Урыҫтар Волганы яратҡан кеүек, башҡорттар ҙа Ағиҙелдәрен яраталар.

Рәшит Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Урал!
Үҙе Боҙ диңгеҙҙең һыуын эсә,
Ә ҡойроғо ҡойона Аралда.
Быуаттарҙың баш өҫтөнән ҡарап,
Мәғрур тора бында ҡаялар.
Шул Уралдың гранит итәктәре
Ҡара ҡаяларын иретеп,
Ағиҙелкәй һыҙылып ағып сыға,
һалҡын терегөмөш шикелле.
Ярҙарында талдар тулҡыналар,
Шаулашалар ялбыр ҡайындар,
Төптәрендә ваҡ таш,
әйтерһең дә,
Барлыҡ йондоҙ шунда байыған. Ағиҙелкәй!
һинең буйҙарыңда Нисә быуын ғүмер кисергән,
Үҙең кеүек тәрән,
үҙеңдәй киң
Күпме йыр бар һинең исемгә!

Аҡ һыуҙарын көмөш кеүек ялтыратып аҡҡанғалыр башҡорттар шундай исем биргән уға. Аҡ төҫтө йылғаға уның һыуында ирегән эзбизле тоҡомдар бирә. Ағиҙел Яңы Хөсәйен ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 6 километрҙа Әүәләк һырты менән Оло Ирәмәл тауы араһынан ағып сыға. Үрге ағымында ул һырттар араһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан юл ала. Бында ул тауҙарҙы йырып аҡҡан тарлауыҡлы тау йылғаһын хәтерләтә. Иҙел 1 километр араға 2 м ауышлыҡ менән аға, ағым тиҙлеге секундына 1 метрҙан күберәк. Йылға үҙәне үрге ағымында шул тиклем матур, туристарҙың һыуҙағы маршрутының бынан үтеүе һис тә ғәжәп түгел.

Урта ағымында Ағиҙел тауҙар ҡосағынан ысҡынып, инде тынысла-ныбыраҡ төньяҡҡа табан юл тота. Бында ул — тигеҙлек йылғаһы. Ауышлығы 1 километр араға 0,15 метрға тиклем кәмей, ағым тиҙлеге 0,3 м/сек. Уға Эҫем килеп ҡушылған ерҙә йылға үҙәне 10 километрға тиклем йәйелә.

Түбән ағымында — Эҫем тамағынан алып Камаға тиклем — Ағиҙелдең ауышлығы километрыма 0,05 метрға тиклем кәмей, ағым тиҙлеге лә кәмей. Йылға тармаҡлана, уның үҙәне 20 км һәм унан да киңерэк булып йәйелә. Йырҙаһының киңлеге 500 м һәм унан да күберәк, һыуҙың тәрәнлеге ҡомайылдарҙа 10 метрға етә. Йылға үҙәне берсә түбән төшә, берсә күтәрелә, ә ҡайһы бер урындарҙа киртләстәр барлыҡҡа килтерә.

Түбәнге үҙәнендә ҡомлоҡтар һәм ҡырсынташлы пляждар, ваҡ утрауҙар һәм ҡылылар йылғаға бик матур күренеш бирә. Бейек үҙәнендә йылға яры буйлап киртләстәре 4—5 метрға еткән урындары бар. Бында яр буйы һорғолт ҡом ҡатламы менән ҡапланған. Урыны-урыны менән киртләстәр араһында ҡараһыу һоро ҡатламдар килеп сыға. Былары һуңыраҡ осорҙар япмаһы аҫтында ҡалған боронғо, серемтәле ҡатламдар була.

Йылға үҙәненең түбәндәге киртләстәре юғарыраҡ кимәлдәгеләренән киртләстәренең бейеклеге менән айырылып тора. Йырҙа йыуҙырған тәңгәлдә киртләстәр 13 метр бейеклеккә етә. Бында инде уларҙың өҫтө ҡом менән түгел, ә һарғылт көрән төҫтәге балсыҡлы ҡатлам менән ҡапланған. Был көпшәк тау тоҡомон халыҡ балсыҡ тип атаған. Балсыҡлы тупраҡ (суглинок) балсыҡтан шуның менән айырыла, ус араһында еүешләп әүәләгәндә балсыҡ таралмай, ә балсыҡлы тупраҡ, ҡом менән балсыҡ ҡатнашмаһынан торғанға, ыуалып бара. Йылға үҙәненән күтәрелгән тәүге киртләстәр кимәлендәге ерҙе ташҡын бик көслө булғанда ла һыу баҫмай, шуға күрә ауылдар шул үҙәндәрҙә ултырған. Тупрағының ҡыҙғылт көрән төҫөнә ҡарап, ҡайһы бер ауылдарҙың исеме ҡушылған (мәҫәлән, Ҡыҙылъяр ауылы).

Өфө йылғаһы (Ҡариҙел) — Ағиҙелдең иң ҙур ҡушылдығы. Ул республиканан ситтә башланғыс алған. Урта ағымында Өфө ялпы таулығын йырып, тәрән үҙән барлыҡҡа килтерә, түбәнге ағымында киңәйеп китә. Павловка ГЭС-ын төҙөгәндән һуң, бик ҙур һыу һаҡлағыс барлыҡҡа килде, уның әйләнәһе 140 км.

Асылыкүл

Республикабыҙҙа 1000-дән ашыу күл иҫәпләнә. Иң ҙурҙары — Асылыкүл менән Ҡандракүл Көнбайыш Башҡортостанда урынлашҡан. Урал аръяғында — Мулдаҡкүл, Сыбаркүл, Яҡтыкүл һәм башҡалар, һыу һаҡлағыстарҙан, Павловканан башҡа, йәнә Нөгөш йылғаһындағы Нөгөш һыу һаҡлағысын билдәләп үтергә була.

Күлдәрҙең килеп сығышы төрлөсә. Асылыкүл менән Ҡандракүл уйһыулыҡта урынлашҡан, ғалимдарҙың фекеренсә, улар карст үҙгәрештәре һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Урал аръяғы күлдәре иһә тектоник үҙгәрештәрҙән хасил булған. Быларҙан тыш, республикабыҙҙа ҡылыларҙан барлыҡҡа килгән күлдәр ҙә бик күп.

Ер өҫтө һыуҙары һәм кеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандағы бөтә йылғаларҙың йыллыҡ ағымы уртаса 35 куб км тәшкил итә. Уларҙан Ағиҙел йылғаһына уртаса килгән йылда 30 куб км тура килә. Ҡорораҡ килгән йылдарҙа Ағиҙел ағымы 23 һәм хатта 17 куб километрға тиклем кәмергә мөмкин. Республиканың һыу ресурстары менән тәьмин ителеүе Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән аҙыраҡ. Мәҫәлән, Башҡортостанда йәшәгән һәр кешегә тәүлегенә 25 м³ һыу тура килһә, Рәсәй буйынса был күрһәткес — 50 м³.

Һыу ресурстары тигеҙ бүленмәгән. Таулы, дым тартҡан төбәктәр һыуға байыраҡ. Таулы Башҡортостан һәм уның төньяҡ-көнсығы-шындағы төбәктәр дөйөм һыу ресурстарының 48%-ына эйә, был районда халыҡ аҙ һанлы булғанлыҡтан, һыуҙы тотоноу бөтә сарыф ителгәндең 7%-ын ғына тәшкил итә.

Республиканың көньяҡ-көнбайышында, шулай уҡ Урал аръяғында ҡоролоҡлораҡ төбәктәрҙә йылға-күлдәр һирәк һәм аҙ һыулы.

Дөйөм алғанда, Башҡортостан һыу ресурстарына бай һәм ул һыу менән тәьмин итер өсөн етерлек. Әммә йыл миҙгелдәре буйынса улар тигеҙ бүленмәгән. Мәҫәлән, көнбайыш төбәктәрҙә яҙғы ағым йыллыҡ ағымдың уртаса 70%-ын тәшкил итә. Тимәк, йылға һыуҙарының төп өлөшө яҙғы ташҡын ваҡытында ағып китә тигән һүҙ. Ә йәйен, эсер өсөн һәм һиптерер өсөн һыу айырыуса кәрәк булған осорҙа, йылғаларҙың, бигерәк тә ваҡ йылғаларҙың, һыуы етмәүе мөмкин.

Башҡортостан йылғаларында ағымды тигеҙ бүлеү маҡсатында ҙур һыу һаҡлағыстар һәм быуалар төҙөлә.

Үҙ-ара тәьҫир итешеүҙең үрҙәгегә ҡапма-ҡаршы яғын: һыу —> кеше бәйләнешен ҡарап үтәйек, йәғни кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге республика һыуҙарына нисек йоғонто яһай тигән һорауға яуап бирәйек.

Хәҙерге ваҡытта республикабыҙҙа кешенең һыу ресурстарына кире йоғонтоһо үҙен ныҡ һиҙҙерә. Ауыл хужалығы һәм сәнә-ғәт, шулай уҡ ҡалалар үҫкән һайын һыуҙы эсер өсөн, һуғарыр өсөн һәм хужалыҡ маҡсаттарына тотонор өсөн ихтыяж да өҙлөкһөҙ үҫә бара. Йылға ағымы йылына 35 куб км тәшкил иткәндә был маҡсаттарҙа йыллыҡ һыу тотоноу күләме 2,4 куб км булды ла инде. Бер ҡараһаң, был һан ҙур ҙа һымаҡ түгел — йылғаларҙың йыллыҡ ағымының 7%-ы самаһы.

Әммә һыуҙы тотоноу уны бысратыу һәм бысраҡ һыуҙы йылғаларға ағыҙыу менән бергә бара. Шул сәбәпле йылғаларҙың күп өлөштәрендә һыу эсер өсөн яраҡһыҙ. Унда таҙа һыуға даими рәүештә бысраҡ һыу ағып төшөп ҡушыла бара. Мәҫәлән, 1989 йылда республика йылғаларына 773 млн м³ һыу ағыҙылһа, уларҙан 544 млн м³-ы бысраҡ һыу ине. 1996 йылда был күрһәткестәр шуға ярашлы 644 млн һәм 496 млн м³ булды. Ағып төшкән бысраҡ һыу составында хлорид, сульфат, фосфор тоҙҙары, нефть эшкәртеү ҡалдыҡтары, терегөмөш ҡатнашмалары бар. Ер өҫтө һыуҙарын бысратыу таҙартыу ҡоролмалары ҡеүәттәренең етешмәүе сәбәпле килеп сыға.

Кешенең хужалыҡ эшмәкәрлегендә һыуҙы һаҡсыл тотонмау ҙа һыу ресурстарын аҡрынлап һайыҡтырыу сәбәптәренең береһе. Был бигерәк тә ваҡ йылғаларҙа ныҡ һиҙелә. Мәҫәлән, 8 йыл эсендә (1972—1980 йылдар) Нөгөш йылғаһының йыллыҡ ағымы яртылаш тиерлек кәмене. Сәрмәсән менән Сөн йылғаларында ул 20—40 %-ҡа аҙайҙы. Был йылғаларҙа һыу ресурстарының шул тиклем кәмеүе һыуҙы баҫыуҙарҙы һәм көтөүлектәрҙе һуғарыу өсөн күп тотоноуҙан килә. һуғарыу өсөн быуалар быуыу ҙа йылғаларҙың ағымын һайыҡтыра, ә һыу тотоноуҙы арттыра. Йылға буйҙарындағы йәшеллекте ҡоротоу, ағастарҙы ҡырҡыу, көтөүлектәрҙе малдан тапатыу ҙа йылғаларға ҙур зыян килтерә, уларҙың һыу менән туйыныуын кәметә. Бәләкәй йылғалар яр буйына һалынған малсылыҡ фермаларының бысраҡ һыуҙары менән дә ныҡ бысратыла.

Һыу ресурстарын һаҡлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың һыу ресурстары бысраныуын һәм һайығыуын кәметеү өсөн саралар күрелә һәм бында кешенең һыу ресурстарына ыңғай йоғонтоһо сағыла.

  1. Таҙартыу ҡоролмалары төҙөлә. Улар ярҙамында йылғаларҙың бысраныуын яйлап кәметеүгә өлгәшелә.
  2. һыу менән тәьмин итеүҙең әйләнешле системаһы индерелә. Ошо системалар иҫәбенә республика йылғаларынан таҙа һыу тотоноуҙы 30 %-ҡа кәметергә мөмкин булды.
  3. Ҡар тотоу һәм һыу һаҡлағыс урман һыҙаттарын киңәйтеү эштәре үткәрелә.

Был саралар Ағиҙелдең һәм башҡа йылғаларҙың бысраныуын бер ни тиклем кәметеүгә булышлыҡ итте. Әммә таҙартылмаған һәм өлөшсә генә таҙартылған һыуҙарҙы йылға-күлдәргә ағыҙыу дауам итә икән, һыу ресурстарын һаҡлау проблемаһы тулыһынса хәл ителә алмай, һыуҙарҙы һаҡлау проблемаһын хәл итеүҙә берҙән-бер юл — һыу менән тәьмин итеүҙең йомоҡ системаһына күсеү, таҙартылмаған һыуҙы йылғаларға ағыҙыуҙы мөмкин тиклем кәметә барып, тулыһынса туҡтатыу. Шулай уҡ һыуҙы аҙ ҡулланыусы сәнәғәт предприятиеларын төҙөү ҙә һыуҙы һаҡлауҙа мөһим әһәмиәткә эйә.

  • Хисмәтов. М. Ф., Сухов В. П. Башҡортостан географияһы.9 класс өсөн дәреслек. Өфө «Китап»2001 й. 200 бит. ISBN 5-295-02757-0 (урыҫ) ISBN 5-295-02870-4 (башҡ)
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.