Ағиҙел (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ағиҙел
урыҫ. Белая
Ишембайҙа Ағиҙел аша күпер
Ишембайҙа Ағиҙел аша күпер
Характеристика
Оҙонлоғо 1430 км
Бассейн майҙаны 142 000 км²
Бассейн Каспий диңгеҙе
Йылға бассейны Кама, Волга
Һыу сығымы 950 м³/с (тамағында)
Һыу ағымы
Инеше Ирәмәл, Көньяҡ Урал
 · Координаталар 54°32′20″ с. ш. 59°02′58″ в. д. / 54.539000° с. ш. 59.049639° в. д. / 54.539000; 59.049639 (G) (O) (Я) (T)
Тамағы Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы
 · Координаталар 55°53′14″ с. ш. 53°36′14″ в. д. / 55.88722° с. ш. 53.60389° в. д. / 55.88722; 53.60389 (G) (O) (Я)Координаты: 55°53′14″ с. ш. 53°36′14″ в. д. / 55.88722° с. ш. 53.60389° в. д. / 55.88722; 53.60389 (G) (O) (Я) (T)
Урыны
Ағиҙел бассейны
Ағиҙел бассейны
Ил Рәсәй
Регион Башҡортостан
Ағиҙел (йылға) (Башҡортостан Республикаһы)
Blue pog.svg
инеше
Blue pog.svg
тамағы
Ағиҙел Викиһаҡлағыста

Ағиҙел Loudspeaker.png (тыңлау) (белешмә • ярҙам)Башҡортостандағы иң ҙур йылға һәм төп һыу юлы. Кама йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Уралтау итәгенән башлана. Оҙонлоғо — 1430 км, бассейнының майҙаны — 141900 км2. Көмөштәй аҡ был йылға Ирәмәлтау тирәһенән баш ала. Үрендә һаҙамыҡлы үҙәндәрҙән үтә, Тирлән ҡасабаһынан түбәндәрәк ҡырҡа тарая, иңкеүҙәре текәрә. Белорет, Бөрйән ерҙәренән Урал тауҙары, ҡаялар араһынан аға. Уң ҡушылдығы Нөгөштө юлдаш итеп китә биргәс, иркен туғайлыҡтарға барып сығыр ерҙәрҙә үҙәне яйлап киңәйә. Ҡариҙел ҡушылғандан һуң Ағиҙел тигеҙлектәрҙән йәйрәп аға, иркен туғайҙарҙа ағымында боролмалар, бөгөлдәр яһап, тармаҡланып та киткеләй. Күп урында уң яҡ яры ҡалҡыуыраҡ.

Иң ҙур ҡушылдыҡтары:

Йылға тамағынан Өфөгә тиклем суднолар даими, Мәләүез пристаненә хәтлем өҙөклөк менән йөрөй.

Борон-борондан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ Ағиҙел буйлатып торлаҡ ҡороп, түлләп, ишәйеп, ҡотайып донъя көтә. Ағиҙел буйында бихисап ауылдар, Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары урынлашҡан.

Башҡорт халыҡ ижадында һәм йәнле һөйләштә Ағиҙел Иҙел тип тә йөрөтөлә. «Урал батыр» ҡобайырында «Көмөштәй бер аҡ йылға», «Иҙел батыр таҡҡан, ай, Аҡ йылғаһы» тигән юлдар бар. Боронғо төрки халыҡтарында Иҙел «һыу, йылға» тигәнде аңлата. Ағиҙелдең русса «Белая» тигән аты башҡортсанан туры күсермә: 1627 йылда сыҡҡан «Ҙур һыҙма китабы»нда һәм башҡа тарихи яҙмаларҙа Ағиҙел "Белая Воложка" тип атала.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]