Урал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

УралЕвропа менән Азия сиктәрендә яткан таулы физик-географик ил. Төньяҡ киңлектең 68° алып 51° тиклем меридиональ йүнәлештә Кар диңгеҙенән Ҡаҙағстан далаларына һуҙылған биләмә. Оҙонлоғо 2000 километр. Киңлеге 40-60 километр, урыны менән 100 километрға етә.

Урал 5 географик зонаға бүленә — Поляр Урал, Поляр тирәһендәге Урал, Төньяҡ Урал, Урта Урал һәм Көньяҡ Урал.

Һыу айырғыс булған төп һырттан һәм киң уйһыулыҡтар менән айырылған һырттарҙан тора. Уралдың иң бейек түбәһе — «Исследовательский» һыртындағы «Народная» тауы (1859 м). Төньяҡ-көнбайышта Урал Пай-Хой һырты һәм Вайгач утрауы аша Яңы Ер утрауҙары тауҙарына күсһә, көньяҡта иһә бейеклеге 657 метрға тиклем еткән Мугоджары тауҙары теҙмәләре дауам итә.

Көньяҡ Уралда тау рельефының киңлеге 120 саҡрымға етә. "Уралып ятҡан Урал-тау" мөһим һыу айырғыс булып, Башҡортостан еренән 300 саҡрым самаһы һуҙыла. Иң бейек тауҙары — Ямантау (1640 м), Оло Ирәмәл (1582 м).

Урал — йәшәйеште тәьмин иткән һыуалыш сығанағы ла. Печора, Уса, Тубыл, Иҫәт, Тура һәм башҡалар — Төньяҡ Боҙло океан бассейнына, Кама менән Чусовая, Ағиҙел һәм Яйыҡ Каспий диңгеҙенә ҡарай. Күлдәре йәйрәп ята: Тауатуй, Арғужа, Уйылды, Иртәш, Ишкүл, Сыбаркүл, Торғаяҡ, Өргөн, Оҙонкүл, Яҡтыкүл...

Төньяҡ Уралда — тау тундраһы, көньяҡтараҡ — тау-тайга урмандары. Ылыҫлыларҙан кедр, ҡарағас, ҡарағай, аҡ шыршы, шыршы үҫә. Көньяҡ Уралда имән, ҡайын, йүкә, уҫаҡ, саған да бар.

Үҫемлектәр донъяһы ла, йәнлектәр донъяһы ла төрлө. Башҡортостан йәнлектәре генә лә бихисап: айыу, бүре, төлкө, мышы, ҡоралай, аҫ, бурһыҡ, һыуһар, әлгәнйәк, кеш, һеләүһен, тейен, шәшке, ҡуян, янут, кама, көҙән, йофар, йәтсә...

Ҡоштары иһә өс йөҙләп төр: бөркөт, шоңҡар, кыйғыр, ҡарсыға, ҡарағош, ябалак, һупайҙы, тумыртҡа, кәкүк, ҡарлуғас, күгәрсен, торна, ҡауҙы, бүҙәнә, ҡор, һуйыр, сел, сөрәгәй, сәпсек...

Үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлау өсөн Урал биләмәләрендә Печора-Илич, Висим, Илъмен (башҡортса Имен), Башҡорт ҡурсаулыҡтары булдырылған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]