Ағиҙел (ҡала)
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Ағиҙел (ҡала), Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайышында, Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымының уң яҡ ярында — Кама йылғаһына ҡушылған ерендә урынлашҡан. 1980 йылда Башҡорт атом электр станцияһын төҙөүселәр өсөн ҡасаба итеп төҙөлә. 1991 йылдан республика әһәмиәтендәге ҡала итеп үҙгәртелә. Нефтекама ҡалаһына — 45 саҡрым, Яңауыл ҡалаһы һәм станцияһына — 100 саҡрым.
[үҙгәртергә] Транспорт бәйләнеше
Ҡазан-Екатеринбург тимер юлындағы Әмзе станцияһы менән тимер юл бәйләнеше бар.
| Башҡортостан ҡалалары | ||
| Башҡала: Өфө Ағиҙел | Баймаҡ | Бәләбәй | Белорет | Бөрө | Благовещен | Дүртөйлө | Дәүләкән | Ишембай | Күмертау |