Бүздәк районы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бүздәк районы
урыҫ. Буздякский район
Coat of Arms of Buzdyak rayon (Bashkortostan).png Flag of Buzdyak rayon (Bashkortostan).png
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 12 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Бүздәк ауылы
Хакимиәт башлығы Хазиев Радик Анварович
Халыҡ һаны 29955 кеше
Халыҡ тығыҙлығы 18
Майҙаны 1710 км²
Сәғәт бүлкәте MSK +2
Автомобиль коды 02, 102
Location of Buzdyakskiy rayon (Bashkortostan).svg

Бүздәк районы (урыҫ. Буздякский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны — 1710 км2. Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 йыл — 33,9; 1989 йыл — 30,5; 1995 йыл— 31,0; 2010 йыл—29,9. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2-ға 18 кеше. Күпселек татарҙар, башҡорттар һәм урыҫтар йәшәй. Үҙәге — Бүздәк ауылы (2010 йыл — 10.4 мең кеше), Өфөнән 112 км алыҫлыҡта ята.

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Географияһы

Бүздәк районы Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяғында урынлашҡан, уның өҫтө йырынлы селтәр менән ҡапланған. Төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай һуҙылып, Урал алды далаһына инә. Йылға селтәре Сәрмәсән йылғаһының үрге ағымынан һәм уның ҡуш-рынан тор.

Ере — нигеҙҙә ғәҙәти ҡара тупраҡ, көньяҡ-та урыны менән һоро урман тупрағы. Урмандарында күпселек йүкә, имән, уҫаҡ, ҡайын үҫә, улар төрлө урында өйкөм-өйкөм утрауҙар хасил итә, барыһы бергә район еренең 12% тәшкил итә.

Ер аҫты ресурстары Һынны, Петропавловка, Ташлыкүл нефть ятҡылыҡтарынан, Сергеевка һәм Таулар төҙөлөш материалдары өсөн сеймал, балсыҡ һәм Ҡыҙылъяр, Урал, Вознесенка ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы ятҡылыҡтарынан тора.

Район ауыл хужалығы районы. Колхоз һәм совхоздар иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереү, һөт-ит малсылығы һәм сусҡасылыҡ буйынса махсуслашҡан. Районда элеватор, май заводы, “Еләк" кооперативы, шулай уҡ РТП һ.б. предприятиелар бар. Нефть ятҡылыҡтары “Октябрскнефть" нефть һәм газ сығарыу идаралығы тарафынан файҙаланылауылы

[үҙгәртергә] Транспорт

Районды көнсығыштан көнбайышҡа ҡарай Шишмә—Ульяновск тимер юлы һәм Өфө—Октябрский автомобиль юлы, ә төньяғынтан көньяҡҡа Саҡмағош—Бүздәк— Дәүләкән автомобиль юлы киҫеп үтә.

[үҙгәртергә] Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 55 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 21 урта мәктәп, Ҡаран ПУ, 28 китапхана, 53 клуб, 3 дауахана бар.

Урыҫ һәм татар телдәрендә “Буздякские новости" гәзите сыға.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар


Башҡортостан райондары
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә