Бөрө (ҡала)
Бөрө ҡалаһы − Башҡортостандың иң боронғо ҡалаларының береһе, Бөрө йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан. Халҡы − 42 262 мең кеше (2010[1]).
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Тарихы
Ҡаланы 1663 йылда батша Алексей Михайлович әмере буйынса Өфө воеводаһы Ф. И. Сомов һалдыра башлай. Ҡала, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ирекле ҡушылыуынан һуң, хозур тәбиғәтле был төбәктәргә күпләп килеп ултыра башлаған урыҫтарҙың яңынан-яңы ерҙәргә хужа булып, унда ауылдар, сиркәүҙәр һалдырыуына ризаһыҙ башҡорттар яндырған Архангельский ауылы урынында ҡалҡып сыға. Өфөнән 98 км төньяҡта урынлашҡан ҡәлғә-ҡала төбәктәге һыу юлдарын да, ҡоро ер юлдарын да контролдә тота.
XVIII быуаттың икенсе яртыһына тиклем ул батша дәүләтенең көнсығыштағы форпосы була.
1774 йылда Салауат Юлаев етәкселегендәге башҡорттар Бөрөнө штурм менән ала һәм, янғын сығып, ҡала бөтөнләй янып бөтә яҙа. Ике йылдан ул ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыла.
1774 йылда ҡалала 437 йорт, 1 897 ир заты, 1 949 ҡатын-ҡыҙ, өс сиркәү, өс училище, ҡыҙҙар гимназияһы, шәхси китапхана, бер дауахана, хатта төрмәһе лә була. 1781 йылда өйәҙ ҡалаһы статусын ала.
1897 йылғы отчетта Бөрөлә таҡта ярыу, тире иләү күн, шарап ҡыуыу заводтары, пар тирмәндәре һ. б. эшкәртеү предприятиелары булыуы әйтелә. 1882 йылда урыҫ булмаған халыҡтар өсөн йәнә бер сиркәү төҙөлә, ул батша хөкүмәтенең урыҫлаштырыу сәйәсәтен үткәреүгә әүҙем булышлыҡ итә. Хәҙер был бинала тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан.
[үҙгәртергә] Иҡтисад
Һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҡалала еңел, урман эшкәртеү, аҙыҡ етештереү сәнәғәте тармаҡтары үҫеш алды. XX быуаттың икенсе яртыһынан башлап, ул Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында нефть-газ эҙләү базаһына әйләнде.
Ҡалалағы төп иҡтисади ойошмалар:
- «Спектр» асыҡ акционерҙар йәмғиәте
- электр механика приборҙары заводы
- тегеү фабрикаһы
- трикотаж фабрикаһы
- ҡоро һөт комбинаты
- ит комбинаты
- икмәк заводы
Барлыҡ предприятияларҙа банкрот хәлендә.
[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр
- ↑ 2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Рәсәй Федерацияһының ҡалаларында, ҡасабаларында һәм райондарында халыҡ иҫәбе
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Бирск.info — ҡаланың мәғлүмәт веб-порталы
- Форум города Бирск
- Фотогалерея
- Бөрө фотоблогы
- Бөрө ҡалаһының рәсми булмаған сайты
| Башҡортостан ҡалалары | ||
| Башҡала: Өфө Ағиҙел | Баймаҡ | Бәләбәй | Белорет | Бөрө | Благовещен | Дүртөйлө | Дәүләкән | Ишембай | Күмертау |