Туймазы (ҡала)
Туймазы — Башҡортостандағы республика әһәмиәтендәге ҡала, Туймазы районы үҙәге. Ҡала Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында, Үсән йылғаһы буйында урынлашҡан.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Тарихы
Туймазы ҡасабаһының барлыҡҡа килеүе 1912 йылда Сембер (Ульяновск) ҡалаһын Шишмә станцияһы менән тоташтырған тимер юлға бәйле. 1937 йылда Туймазы нефть ятҡылығы асылыуы уның үҫешенә йоғонто яһай. 1960 йылдың 5 февралендә Туймазы эшселәр поселогы РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән ҡала итеп үҙгәртелде. Хәҙер Туймазы Башҡортостандың көнбайышында эре сәнәғәт үҙәгенә әүерелде.
[үҙгәртергә] Сәнәғәт
Туймазы нефтен разведкалау эшен Ҡандры быраулау эштәре идаралығы башҡара. Нефть һәм газды сығарыу эштәрен «Октябрьскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы башҡара. Нефть ташыу эшен Собханғол эшселәр ҡасабаһы белгестәре үтәй. Ҡалала машиналар эшләү заводы, еңел һәм аҙыҡ сәнәғәте предприятиялары бар.
[үҙгәртергә] Мәғариф
Ҡалала 67 мәктәпкәсә йәштәге балалар ойошмаһы, 67 урта белем биреү мәктәбе, 8 музыка мәктәбе, 3 башланғыс белем биреү, 4 урта профессиональ белем биреү (педагогия колледжы, медицина колледжы, индустриаль техникум, юридик колледж) ойошмалары бар. Мәскәү коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш институтының уҡытыу-консультация пункты, Һамар гуманитар академияһы бүлексәһе, Көнсығыш гуманитар университетыңың филиалы эшләй. Шулай уҡ авиация, педагогика, аграр университет филиалдары эшләй.
[үҙгәртергә] Мәҙәниәт
Ҡалала Тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы, Татар дәүләт драма театры эшләй. Мәҙәниәт һарайы, 3 мәҙәниәт йорто, 17 китапхана, спорт комплексы бар.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- ГOУ СПО «Туймазы педагогия колледжы»
- Туймазы студенттары форумы
- «Спутник» кинотеатры.
- Ҡаланың күңел асыу порталы
| Башҡортостан ҡалалары | ||
| Башҡала: Өфө Ағиҙел | Баймаҡ | Бәләбәй | Белорет | Бөрө | Благовещен | Дүртөйлө | Дәүләкән | Ишембай | Күмертау |