Учалы районы
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Учалы районы урыҫ. Учалинский район |
|
|---|---|
| Ил | Рәсәй |
| Статус | Муниципаль район |
| Төбәк | Башҡортостан |
| Эске бүленеш | 1 ҡала, 23 ауыл биләмәһе |
| Административ үҙәге | Учалы ҡалаһы |
| Хакимиәт башлығы | Иҙрисов Азамат Ризай улы |
| Халыҡ һаны | 37 664 кеше |
| Халыҡ тығыҙлығы | 4549 |
| Майҙаны | 3039 км² |
| Сәғәт бүлкәте | MSK +2 |
| Автомобиль коды | 02, 102 |
Учалы районы — Башҡортостандың көнсығыш (Урал тауы аръяғы) өлөшөндә урынлашҡан район. Үҙәге — Учалы ҡалаһы.
Учалы районаның ландшафты күбеһенсә таулы-урманлы. Майҙаны 4549 кв.км. тәшкил итә. Егерменән ашыу күл бар. Шуға ла Учалыны күлдәр иле тип атайҙар.
Районда Әүәләк, Кесе Ирәндек тау арҡалары урынлашҡан. Райондағы иң бейек тау - Ирәмәл. Ирәмәл тауының итәгендә Ағиҙел йылғаһы башлана. Районда шулай уҡ Яйыҡ, Уй, Мейәс йылғалары башлана.
Район үҙәге — Учалы ҡалаһы. Районда 77 меңдән ашыу кеше йәшәй, күпселеге — табын ырыуы башҡорттары.
Учалы районында бик күп ер аҫты байлыҡтары бар (баҡыр, цинк, көкөрт, йәшмә, алтын, гранит, төҙөштә ҡулланған тоҡомдар һ.б.), тау байыҡтырыу тармағы үҫешә.
Учалы районында түбәнге ауылдар бар:
- Ҡоҙаш ауылы
- Рәсүл ауылы
- Иманғол ауылы
- Урал ауылы
- Бөйҙө ауылы
- Ахун
- Илсеғол ауылы
- Яңы Байрамғол ауылы
- Комсомольск ҡасабаһы (урыҫса)
- Туңғатар ауылы (урыҫса)
- Ҡорама ауылы (урыҫса).
| Был мәҡәлә тамамланмаған. Һеҙ уны мөхәррирләп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Был иҫкәрмәне дөрөҫөрәге менән алмаштырыр кәрәк. |
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- OpenStreetMap һәм SRTM нигеҙендә эшләнгән Учалы районының картаһы.
- "Яйыҡ" - Учалы ҡалаһы һәм районының берләштерелгән ижтимағи-сәйәси гәзите.
- "Һигеҙ" - Учалы районы тураһында башҡортса сайт.
| Башҡортостан райондары |
| Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |