Өфө

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Өфө
Өфө
Флаг Герб
Флаг
Герб
Ил Рәсәй
Төбәк Башҡортостан
Координаталар 54°44′ т. к. 55°58′ кс. о. (G) (Я)
Эске бүленеү 7 район
Ҡала хакимиәте башлығы Качкаев, Павел Рюрик улы
Нигеҙ һалыныу 1574
Ҡала (башлап) 1586
Майҙан 765 км²
Халыҡ 1 064 200 кеше (2010)
Агломерация 1 275 550
Милли состав башҡорттар (14,8 %),
урыҫтар (50,2 %),
татарҙар (28,1 %)
Конфессия составы мосолманҙар
Этнохороним өфөлө, өфөлөләр
Ваҡыт бүлкәте UTC+5, йәй UTC+6
Телефон коды +7 347
Почта индекстары 450000 — 450140
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80401
Сайт http://www.ufacity.info
(баш.) (урыҫ.)
Өфө (Рәсәй)
Red pog.png
Өфө (Башҡортостан Республикаһы)
Red pog.png


Салауат Юлаев һәйкәленән Ағиҙел йылғаһына һәм Дим биҫтәһенә күренеш

ӨфөБашҡортостандың баш ҡалаһы. Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының Ағиҙел йылғаһына ҡушылған ерендә урынлашҡан.

[үҙгәртергә] Тарихы

1574 йылдың иртә яҙында Ағиҙел йылғаһы менән Ҡариҙел йылғаһы ҡушылған бейек ярымутрауҙа Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалына. Ул тулыһынса хәҙерге Дуҫлыҡ монументы урынлашҡан Беренсе май майҙанына һыйған. Уның дөйөм майзаны 1,2 гектар, стенаһының оҙонлоғо 440 метр самаһы булған. Башҡорттар ҡаланы тәүҙә Торатау тип, ә имән стеналар менән уратып алынғас, Имәнҡала тип йөрөтәләр.

1586 йылдан башлап Өфө ҡәлғәһе ҡала тип атала башлай. Ошо уҡ йылда Өфөгә стрелецтар отряды башында ҡаланың беренсе воеводаһы Михаил Нагой килә. Михаил Нагой Иван Грозныйҙың ҡатыны, Ҡабарҙа кенәзе Темрюктың ҡыҙы Марияның ҡустыһы була. Беренсе воеводаның исем-шәрифтәрен Михаил Ноғай тип тә аңлаталар. Мария Темрюковнаның әсәһе нуғай ҡыҙы булған. Был фамилияның сығышы шунан.

1592 йылда ҡалала 180 ир-ат, шул иҫәптән 150 стрелец, 3 пушканан атыусы йәшәгән. Башҡортостандың күпселек өлөшө Өфө өйәҙенә индерелә, ҡалған ерҙәре Верхо-турье, Ҡазан, Тобольск һәм Төмән воеводаларына буйһондорола.

2007 йылда Өфө-2 ҡаласығы урынында (Воровский- Пушкин урамдары киҫешкән урында) үткәрелгән археологик ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһендә VXVI быуаттарҙа был урында ҡәлғә булыуы асыҡлана. Ҡаҙыныу урынында саман кирбесенән төҙөлгән стена, биҙәнеү әйберҙәре, һауыт-һаба табыла.


  • 1574 йылда ҡәлгә булараҡ төҙөлгән
  • 1586 йылдан башлап ҡала булып иҫәпләнә
  • 1708 йылдан Ҡаҙан губернаһына ингән
  • 1728 йылдан Өфө провинцияһы үҙәге
  • 1744 йылдан Ырымбур губернаһына беркетелгән
  • 1781 йылдан Өфө наместниклығының үҙәге
  • 1796 йылдан яңынан Ырымбур губернаһы составында
  • 1802 йылдан граждандар губернаторы резиденцияһы һәм губерна учреждениелары булған губерна ҡалаһы
  • 1865 йылдан Өфө губернаһы үҙәге
  • 1922 йылдан Башҡортостандың баш ҡалаһы

[үҙгәртергә] Халҡы

Йылдар Халыҡ һаны (кеше) шул иҫәптән
Башҡорттар Урыҫтар Татарҙар
XVII быуат урталары 700 - 800
1718 5,600
1811 9,200
1840 16,500
1865 20,100
1879 23,200
1886 27,000
1897 49 300 3 151 42 062 2 524
1913 100,700
1916 112,700
1920 92,800
1923 85,300
1926 98 500 4 632 74 785 14 331
1939 250,000
1959 546 900 30 321 355 192 115 146
1970 770 900 54 368 475 480 183 326
1979 976,858 92,678 568,504 240,881
1989 1,079,765 122,026 585,337 291,190
2002 1,049,479 154,928 530,136 294,399
2010 1,064,200
Уралсиб банкыһының бинаһы. 1999 йылда төҙөлгән, бейеклеге 100 метрҙан ашыу

[үҙгәртергә] Һүрәт теҙмәһе

OpenStreetMap проектынан ҡала картаһы [1]


Coat of Arms of Bashkortostan.svg Башҡортостан ҡалалары Flag of Bashkortostan.svg
Башҡала: Өфө

Ағиҙел | Баймаҡ | Бәләбәй | Белорет | Бөрө | Благовещен | Дүртөйлө | Дәүләкән | Ишембай | Күмертау
Мәләүез | Межгорье | Нефтекама | Октябрьский | Салауат | Сибай | Стәрлетамаҡ | Туймазы | Учалы | Яңауыл

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә