Дәүләкән (ҡала)
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Дәүләкән — Башҡортостан республикаһының Өфө ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышта, 96 км алыҫлыҡта, Дим йылғаһы буйында урынлашҡан ҡала. Дәүләкән районының административ үҙәге. Транссебер магистраленең тимер юл станцияһы. ХХ быуат башында Дәүләкән ҡасабаһы һәм Этҡол ауылы, һуңыраҡ Дәүләкән ауылы ҡушылып барлыҡҡа килгән. Тағы ла һуңыраҡ ҡалаға И.С. Вязьмин хуторы һәм Яңы Ҡорманай ауылдары ҡушыла. 1928 йылда ҡала төрөндәге поселок, 1942 йылда ҡала статусы ала.
| Башҡортостан ҡалалары | ||
| Башҡала: Өфө Ағиҙел | Баймаҡ | Бәләбәй | Белорет | Бөрө | Благовещен | Дүртөйлө | Дәүләкән | Ишембай | Күмертау |