Туймазы районы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Туймазы районы
урыҫ. Туймазинский район
Coat of Arms of Tuimazy rayon (Bashkortostan).png Flag of Tuimazy rayon (Bashkortostan).png
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 1 ҡала биләмәһе, 20 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Туймазы ҡалаһы
Халыҡ һаны 65187 кеше
Халыҡ тығыҙлығы {{{density}}}
Майҙаны 2364 км²
Сәғәт бүлкәте MSK +2
Автомобиль коды 02, 102
Location of Tuymazinskiy rayon (Bashkortostan).svg

Туймазы районы (урыҫ. Туймазинский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. 1930 ойошторолған. Административ үҙәге – Туймазы ҡалаһы. Районда 65187 кеше йәшәй.

[үҙгәртергә] Географияһы

Башҡортостандың көнбайышда урынлашҡан, Татарстан Республикаһы менән сиктәш. Өфөнән 170 км алыҫлыҡта. Майҙаны 2364 км2. Район территорияһында Октябрьский ҡалаһы, Туймазы ҡалаһыныңһының административ ҡарамағындағы 4 ҡасаба (Ҡандра, Түбәнге Троицк, Серафимовка, Собханғол), 112 ауыл урынлашҡан. Шуларҙың иң ҙурҙары: Дружба (1989 — 1,9 мең кеше), Иҫке Туймазы (1,2 мең), Ҡарамалы-Ғөбәй (1,1 мең). Ауыл халҡының һаны 1995 — 30,3 мең кеше (1970 — 47,4, 1979 — 38,3, 1989 — 30,2 мең). Уртаса тығыҙлығы — 1 м2 13 кеше. Күпселек татарҙар, башҡорттар, урыҫтар йәшәй.

Район Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Нефть (Туймазы, Серафимовка, Кәпәй-Ҡыбау, Троицк һ.б. ), ҡомташ (Ғәфүр, Ҡандра), гипс (Мәҡсүт), кирбес сеймалы (Түбәнкүл, Туҡмаҡ-Ҡаран), агрономик рудалар (Балтай, Ҡарамалы-Ғөбәй, Кәлшәле һ.б.) ятҡылыҡтары асылған.

Райондың көнбайышда — Ыҡ, көньяғында — Ҡыйҙаш, үҙәк өлөшөндә һәм төньяҡ-көнбайышда Өҫән йылғалары аға. Район йылы һәм ҡоро агроклиматлы регионға, Өҫән йылғаһыныңтүбәнге ағымындағы типик ҡара тупраҡлы ерҙәр Урал алды дала зонаһына инә. Ҡалҡыу өлөшөндәге ҙур ғына майҙандада — йүкә, саған, имән ағастарынан торған киң япраҡлы урмандар, ә көньяҡ-көнсығышда ҡайын һәм уҫаҡ урмандары һаҡланған. Туймазы урман хужалығы эрозияға дусар булған текә битләүҙәрҙә ағас ултыртыу менән шөғөлләнә. Урмандар 62,5 мең га (Район территоряһының 26,5%) майҙаны биләп тора, ауыл хужалығы ерҙәре 135,9 мең га, шул иҫәптән 96,6 мең га — һөрөнтө ерҙәр, 6,9 мең га — сабынлыҡтар, 32,2 мең га — көтөүлектәр.

“Ҡандракүл" дәүләт милли тәбиғәт паркы, Мәҡсүт ауылы яҡын Ыҡ йылғаһы ярындағы мәмерйә, Ҡандра тимер юл станцияһы буйында ултыртылған ҡарағайҙар, Үрге Троицк лесничествоһындағы ҡарағастар һаҡлана торған территориаль һәм тәбиғәт ҡомартҡылары булып һанала.

[үҙгәртергә] Иҡтисад

Район сәнәғәт һәм ауыл хужалығы йүнәлешле. Нефть ятҡылыҡтарын “Туймазынефть" һәм “Октябрьскнефть" НГДУ-ры үҙләштерә. Сәнәғәт предприятиелары Октябрьский һәм Туймазы ҡалаһы, шулай уҡ Серафимовка ҡасабаһында (автоматика һәм телемеханика ҡулланмаларын сығарыусы тәжрибә заводы, мамыҡ-ҡауырһын әйберҙәре һәм тегеү фабрикалары), Түбәнге Троицкиҙа (Башҡортостан буҫтау комбинаты), Собханғолда (консерва заводы), Ҡандрала (Туймазы быраулау эштәре идаралығы, иген ҡабул итеү предприятиеһы, ҡатнаш мал аҙығы заводы) урынлашҡан. Ауыл хужалығы предприятиеларынан — Туймазы ҡошсолоҡ фабрикаһы, Ҡандра мөгөҙлө эре мал үрсетеү һәм һимертеү совхозы, Туймазы тоҡомсолоҡ совхозы, ҡошсолоҡ инкубатор станцияһы, “Башнефть" АНК-һының ярҙамсы хужалыҡтарыры: “1 Май", “Нарыштау" һәм “Төҙөүсе" совхоздарыздары эшләй.

Район баҫыусылыҡта — игенселек, шәкәр сөгөлдөрө, картуф, йәшелсә үҫтереү, малсылыҡта һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ буйынса махсуслаша. Район территорияһы буйлап Ульяновск—Шишмә тимер юлы, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлы үтә.


Районда 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 22 урта мәктәп, 35 дөйөм китапхана, 54 клуб учреждениеһы, ауыл участка дауаханаһы бар. Ҡандракүлдең тирә-яғында Октябрьский, Туймазы ҡалаһы предприятиеларының ял итеү базалары, профилакторийҙары урынлашҡан. Татар һәм урыҫ телдәрендә “Туймазы хәбәрләре" — “Туймазинский вестник" гәзите сыға.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар



Башҡортостан райондары
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә