Күмертау
| Ҡала
Күмертау
|
Күмертау — Башҡортостанда Өфө ҡалаһынан 250 км көньяҡта, Стерлетамаҡ ҡалаһынан 102 км көньяҡтараҡ урынлашҡан ҡала.
Хәҙерге ваҡытта ҡала мэры — Беляев Борис Владимирович.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Халҡы
2008 йылдың 1 ғинуарына ҡала округында 67 158 кеше иҫәпләнә[1], шул иҫәптән 62 418 кеше ҡалала, 4 740 кеше ауылда йәшәй.
|
Милли составы[1]:
- урыҫтар — 61,6 %;
- башҡорттар — 16,4 %;
- татарҙар — 12,9 %;
- сыуаштар — 4,0 %;
- башҡа милләттәр — 5,1 %.
[үҙгәртергә] Тарихы
1947 йылда, Көньяҡ Урал күмер бассейнының Үрге-Бабай ятҡылығында күмер үҙләштереү сәнәғәте башланғас, Бабай ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килә.
1949 йылдан — эшселәр ҡасабаһы.
1953 йылда ҡала статусын ала.
1965 — 1990 йылдарҙа — Күмертау районы административ үҙәге.
1990 йылдан республика әһәмиәтендәге үҙ аллы ҡала булып тора.
[үҙгәртергә] Административ бүленеше
Күмертау ҡалаһы хакимиәтенә ҡараған ауыл советтары:
| № | Исеме | Үҙәге | Код ОКАТО |
|---|---|---|---|
| 01 | Маяҡлы | Маяҡлы | 80 423 804 |
| 02 | Подгорный | Ира | 80 423 805 |
[үҙгәртергә] Сәнәғәт
- 2009 йылдың 26 февралендә 453350, Башҡортостан, Күмертау ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 24 адресы буйынса урынлашҡан, ҡасандыр ҡеүәтле эшләгән «Башкируголь» ААЙ бөтөрөлә. Хәҙерге ваҡытта был төҙөлгән ҡаралтыны Өфө Дәүләт Авиация Техник университетының Күмертау филиалы файҙалана.
- Машиналар төҙөү (тирмән, икмәк бешереү ҡорамалдары һ.б.)
- «Искра» сәнәғәт роботтарын төҙөү (хәрби завод), асылда банкрот.
- Авиация заводы «КумАПП» (Ка-31, Ка-32, Ка-226 вертолеттар етештереү).
- Аҙыҡ-түлек (балыҡ эшкәртеү) сәнәғәте.
- Брикет фабрикаһы («Башкируголь» комбинаты менән бөтөрөлә).
- Йылылыҡ электр үҙәге (ТЭЦ).
- Ҡаланың тирә-яғында газ сығарыла.Ҡала янында (Ҡансура ауылы эргәһендә) Ҡансура-Муса газды ер аҫтында һаҡлау комплексы эшләй (КМКПХГ). 1969 йылда Ҡансура ауылы эргәһендә станция булараҡ барлыҡҡа килә. 2004 йылда Муса газды ер аҫтында һаҡлау станцияһы төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта был ике станция берләштерелгән һәм Ҡансура-Муса газды ер аҫтында һаҡлау комплексы тип йөрөтөлә. Комплекс ҡала иҡтисадына һәм социаль обьектары өсөн бик ҙур өлөш индерә. Реконструкция һөҙөмтәләре буйынса актив газдың күләме 3,4 милиард куб метрҙан 5,5 милиард куб метрға хәтле күтәреү күҙ уңында тотола, йәғни бер ярымға күберәк. Бынан тыш комплекстан газ ҡулланыусылар өсөн уның сифаты ла күтәреләсәк. Шулай уҡ юғары кимәлдәге етештереү автоматтары менән эшләү өсөн ышаныс арта, тирә-яҡ мөхитте бысратмау яйға һалынған. Республиканың көньяҡ төбәге ҡыш көндәрендә ошо Ҡансура-Муса комплексында айырып алынған газ менән ҡуллана. Иң эре ҡулланыусылар булып Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалалары тора.
Шулай уҡ ҡала янында нефть һәм эйәрсән газ табыла.
[үҙгәртергә] Мәғариф
Күмертауҙа белем алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Ҡалала 26 мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн ойошма, 19 дөйөм урта белем биреү мәктәбе, 2 гимназия, йәтим балалар өсөн мәктәп-интернат, ата-әсәһеҙ балалар өсөн балалар йорто, республика политехник лицей-интернаты һәм киске мәктәп эшләй. Балалар һәм үҫмерҙәрҙең өҫтәмә белем биреү ойошмаларына йөрөргә мөмкинлеге бар: Балалар ижады үҙәге, йәш техниктар, йәш туристар, йәш натуралистар станциялары, үҫмерҙәр спорт мәктәбе, уҡыу комбинаты, ике музыка мәктәбе, художество һәм хореография мәктәбе, «Самоцветы» йәштәр һәм үҫмерҙәр үҙәге. Кадрҙар әҙерләү буйынса 16 һөнәри белем биреү үчереждениеһы, Тау колледжы, Авиация техникумы, Педагогия колледжы, Башҡортостан иҡтисад колледжы, юғары белем биреү өсөн Өфө Дәүләт Авиация Техник университеты, Ырымбур Дәүләт университеты, Башҡорт Дәүләт педагогия университеты филиалдары, Күмертау иҡтисад һәм хоҡуҡ институты эшләй.
[үҙгәртергә] Иҫтәлекле урындары
- Ионн Предтеча исемендәге Храм
- Мәсет
- Ҡаланың үҙәк майҙанында вертолет макеты ҡуйылған.
- Юрий Гагарин исемендәге ял паркында Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына бағышлап МиГ-15 истребитель самолеты һәйкәле ҡуйылған
[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Кумертау «Мой город» энциклопедияһында (урыҫ.)
- Ҡаланың гербы (урыҫ.)
- Башҡортостан Республикаһының рәсми мәғлүмәттәр порталында ҡала тураһында (урыҫ.)
| Башҡортостан ҡалалары | ||
| Башҡала: Өфө Ағиҙел | Баймаҡ | Бәләбәй | Белорет | Бөрө | Благовещен | Дүртөйлө | Дәүләкән | Ишембай | Күмертау |
