Инорс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Инорс
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
 Инорс Викимилектә

Инорс — Өфө ҡалаһының  Калинин  районындағы торлаҡ биҫтәһе.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүге торама — Яңы Слобода — хәҙерге Инорс урынында 1604 йылда ул замандағы Өфөнән 18 саҡрымда барлыҡҡа килә. Уны керәшен татары  Иван Кадомец нигеҙләй. 1613 йылда яңы суҡындырылған крәҫтиәндәрҙән хасил булған ауыл уның  исеме менән   Кадомцев тип йөрөтөлә башлай. 1622 йылда исеме ошо тирәлә табылған Божья Матерь иконаһы һәм Богородица сиркәүен  төҙөүгә бәйле  Богородское тип үҙгәртелә.  1764 йылдан  башлап башҡорт ерҙәренең төньяҡ  төбәктәренән фетнәселәрҙең барымталары тамамланыу иҫтәлегенә  Өфөнән  Богородское ауылына  мөғжизә тыуҙырыусы икона менән тәре йөрөштәре үткәрелә. Богородское ауылы кешеләре нәҙер әйткән була: әгәр уларҙың ауылы бәлә-ҡазанан ҡотолһа,  хөрмәтле иконаны Өфө соборына алып барып ҡуйырға һәм йыл һайын уны үҙҙәренә алып килеп ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә.  Ауыл бөлгөнлөктән ҡотолоп ҡала һәм нәҙерҙе үтәр өсөн һәр йылдың  20 июле  (иҫке стиль буйынса 7 июль) тәре йөрөшө көнө тип иғлан ителә. Артабан Богородское  ҙур ауылға әүерелә, бында улус үҙәге була, йыл һайын йәрминкә үткәрелә.  1770—1774 йылдарҙа Богородское ауылында Пугачев полковнигы И.В.Губановтың лагеры урынлаша,  ихтилалсыларҙың Чесноковкала урынлашҡан  И.Н. Зарубин командалығы аҫтындағы төп көстәре менән бергәләп Өфөнө ҡамап торалар.  1774 йылдың 25 мартында Зарубин  деташемент  подполковник  Михельсон тарафынан ҡыйратыла,  Губанов менән Зарубин  Табынға ҡаса һәм 26 мартта тотола.  1774  йылдың ноябрендә Губанов аҫыла. 

Мотор заводы 1931 йылда төҙөлә башлай.  Төҙөлөштө СССР Юғары Халыҡ Хужалығы Советы тарафынан махсус ойошторолған  17-се дәүләт төҙөлөш тресы (һуңынан  3-сө төҙөлөш тресы тип атала) алып бара. Партияның Башҡортостан Өлкә Комитеты, урын-ерҙе тикшергәндән һуң,  «Богородское ауылы эргәһендәге майҙанды завод  өсөн бөтә талаптарға һәм уның үҫеш перспективаларына яуап биргән ҡулай ер тип табырға» тип ҡарар сығара. Тәүге айҙарҙа 38 барак, 3 йорт,  контора төҙөлә,  5,3  километр оҙонлоғонда тимер юл, 18 километр шоссе юл һалына.  Тиҙҙән буласаҡ завод тирәләй  «Моторное» эшселәр ҡасабаһы ҡалҡып сыға,  мәктәптәр,  клубтар, двауаханалар төҙөлә.  1936 йылда  Черниковск  ҡасаба Советы территорияһы  Өфө  ҡалаһы составына индерелә,  «Моторное» ҡасабаһында булған ҡасаба Советы Өфө ҡала Советы буйһоноуына тапшырыла.   

Мотор заводы төҙөлөшө

1931 йылдың 15 июлендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы  Өфө ҡалаһында  Богородское ауылы эргәһендә яңы  моторҙар эшләү заводы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә, шул уҡ йылды уның территорияһында  Черниковск ҡасаба Советы ойошторола. 1934 йылға заводта 4 меңдән ашыу кеше эшләй.  1936 йылда Черниковск  ҡасаба Советы Черниковск район  Советы итеп үҙгәртеп ҡорола, ул Өфө ҡала Советына буйһона, ә 1936 йылдың 10 авгусында исеме Сталин районына үҙгәртелә.

1944 йылдың 5 декабрендә Сталин  районы республика буйһоноуындағы  Черниковск ҡалаһы итеп үҙгәртелә.  БАССР Юғары Советы Президиумының  1956 йыл 24 июль ҡарары нигеҙендә Черниковск  Өфө составына индерелә. 

Богородское ауылы иҫтәлеге булып Борогодское Ауылы (Сельская Богородская) урамы ҡала. 

Элегерәк Инорста Өфө ағас эшкәртеү  комбинаты (Өфө ДОК-ы) була, төбәктең һөйләш телендәге  ДОК тигән атамаһы шунан сыҡҡан.

Атамаһының килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Версияларҙың береһе буйынса, торлаҡ районы проектын Төҙөлөш сәнәғәте нормалары һәм стандарттары дәүләт институты (рус. урыҫ. Государственный институт норм и стандартов строительной промышленности (1928—1934), ҡыҫҡартмаһы  ИНОРС)  эшләгән, биҫтәнең атамаһы шунан алынған. Икенсе версияға ярашлы, был атама завод төҙөлөшөндә ҡатнашҡан эшселәр һәм белгестәргә ҡағылышлы: рус. урыҫ. ИНОстранные Рабочие и Специалисты ҡыҫҡатмаһынан тора.

Хәҙерге Инорс[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инорс өс яҡтан урман менән уратылған, эргәһенән Ҡариҙел йылғаһы ағып үтә.  

Инорс — үҫешкән сәнәғәтле район. Уның территорияһында иң ҙур сәнәғәт комплексы булған Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе   һәм Өфөнөң 2-се ТЭЦ-ы урынлашҡан.

Инорста шулай уҡ М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының филиалы эшләй. 

Инорста  10 балалар баҡсаһы, 3 мәктәп, 2 гимназия,  2  лицей бар.

Инорста ике  рәсми пляж эшләй:

  • Йылы күлдәге пляж;
  • Ҡариҙел йылғаһындағы «Ҡомло» пляжы.

Инорстың 2009 йылдағы төп техник-иҡтисади күрһәткестәре[1]:

  • район территорияһы — 996,7 га;
  • халҡының һаны — 65,8 мең кеше;
  • торлаҡ зонала йәшәүселәрҙең уртаса тығыҙлығы  — 291 кеше/га;
  • торлаҡ фонды, бөтәһе — 1183,8 мең м² дөйөм майҙан/22178 фатир;
  • уртаса ҡаттар  һаны — 9 ҡат;
  • урам-юл селтәренең оҙонлоғо, бөтәһе — 21,77 км.

Урамдары [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баландин бульвары;
  • Төхвәт Йәнәби бульвары;
  • Валерий Лесунов урамы;
  • Георгий Мушников урамы;
  • Богородское Ауылы урамы;
  • Ферин урамы;
  • Фронт бригадалары урамы.

Транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта  Инорс торлаҡ районын 20-нән ашыу автобус, троллейбус һәм  маршрут таксиҙары маршруты хеҙмәтләндерә.

«2005—2010 йылдарҙа Өфө ҡалаһында ҡала  электр транспорты маршруттарын киңәйтеү программаһы»на ярашлы, халыҡтың уңайлы һәм хәүефһеҙ хәрәкәтен ойоштороу маҡсатында  «БР Өфө ҡалаһы ҡала округы  электр транспорты идаралығы»  2010 йылда  «Сипайлов — Инорс» троллейбус линияһы төҙөүҙе планлаштыра[2]. Әле был  проект билдәһеҙ мөҙҙәткә кисектерелгән [3].

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инорстың иҫтәлекле урындары: Богородское-Өфө ҡорамы, Изге Шишмә часовняһы, Йылы күл.  

Инорсҡа Һупайлы яғынан инә торған яҡты торналар һәйкәле биҙәй, ул Төхвәт Йәнәби һәм Богороское Ауылы урамдары сатында урынлашҡан. Скульптура төркөмө ҡамыштар араһына баҫҡан тере ҙурлыҡтағы торна һындарынан тора[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Уфимская неделя № 29 12-18.07.2001 г.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]