Өфө губернаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Рәсәй империяһы губернаһы
Рәсем:Ufimskaya Gubeerniya Map.jpg
Файл:Өфө губернаһы картаһы
Исеме Өфө губернаһы
Үҙәге Өфө
Ойошторолған 1865
Майҙаны 122 005 км²
Халҡы 2 567 000


Ырымбур губернаһының 1821 йылғы картаһы

Өфө губернаһы (виләйәте) — XIX быуатта Рәсәй империяһының административ берәмеге (өлкәһе). Үҙәге — Өфө ҡалаһы.

Тарих[үҙгәртергә]

Өфө губернаһы 1865 йылда ойошторолған; бығаса уның майҙаны Ырымбур губернаһына ҡараған булған. 1865 йылдың майында ойошторолған Өфө губернығы составына хәҙерге Башҡортостан Республикаһының төп өлөшө ингән. Хәҙерге Башҡортостандың көнбайыш, төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш сиктәре революцияға тиклемге административ-террирориаль бүленешкә тура килә тиерлек. Көньяк-көнсығыш Башҡортостан Ырымбур губернаһы эсенә урынлашҡан булған. Һәр губерна үҙ эсенә бер нисә өйәҙҙе алған. Өфө губернаһында Бөрө,Бәләбәй, Златоуст, Минзәлә, Өфө, Стәрлетамаҡ өйәҙҙәрен эсенә алған. Ырымбур губернаһына Ырымбур, Орск, Үрге Урал, Троицк, Силәбе өйәҙҙәре ингән.

Бер нисә ауылды берләштергән иң бәләкәй территориаль берәмек булып волость һаналған, уларҙың һаны даими артып торған. 1917 йылдың көҙөнә Өфө губернаһында бөтәһе 222 волость булған.

Өйәҙҙәр һаны — 6, ҡалалар һаны — 6, волостар һаны — 160.

1897 йыл. Ҡала кешеләре — 107 303 кеше, ауыл кешеләре — 2 089 339 кеше.

Төбәктең боронғо тарихы[үҙгәртергә]

Тарихи Башҡортостан мәҡәләһен ҡара.

Административ бүленеш тарихы[үҙгәртергә]

Тәүҙә, 1708 йылда был төбәк Ҡазан губернаһына индерелә.

  • 1719 йылда Ҡазан губернаһында Өфө профинцияһы булдырыла, уға Өфө, Бөрө һәм Минзәлә ҡалалары инә.
  • 1744 йылда Ырымбур губернаһы ойошторолғас, Өфө провинцияһы уға индерелә.
  • 1781 йылда Өфө наместниклығы булдырыла; ул Өфө һәм Ырымбур өлкәләренән торған була.
  • 1796 йылда Өфө наместниклығына "Ырымбур губернаһы" тигән яңы исем бирелә.
  • 1865 йылда Өфө губернаһы булдырыла; уға Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Златоуст, Минзәлә һәм Стәрлетамаҡ өйәҙҙәре ингән була.
  • 1866 йылда исеме "Өфө земствоһы" тип үҙгәртелә.

XX быуат башында губернаның майҙаны 122 005 км², халҡы 2 567 мең тәшкил итә.