Уй (Тубыл ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уй
Оҙонлоҡ 462 км
Бассейн майҙаны 34,4 км²
Уй йылғаһы

Уй (рус. Уй, ҡаҙ. Ой) — Башҡортостанда, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә йылға, Тубыл йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. Төньяҡ Боҙло океандың бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо 462 км, бассейнының майҙаны — 34,4 км².

Учалы районында Алабейә hыртының итәгендә башлана; көнсығышҡа Башҡортостан, Силәбе һәм Ҡорған өлкәһе аша, түбән ағышында Ҡаҙағстандың Ҡустанай өлкәһенең сиге буйлап аға. Ҡорған өлкәһендәге Усть-Уй ҡасабаhы янында Тубылға ҡоя.

Ландшафт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үрге ағышында таулы, үҙәне тар, һыу ағымы тиҙ. Силәбе өлкәһенә сыҡҡас үҙәне киңәйә, ағымы һүлпәнәйә. Түбән ағышында яй, үтә киң. Силәбе өлкәһендәге Троицк ҡалаһында Уйҙа өлкән быуа ҡоролған.

Иң ҙур ҡушылдыҡтары:

уң яҡтан: Ҡыйҙыш, Ҡорасан, Туғыҙаҡ;

һул яҡтан: Санар, Эүәл.

Йылғалағы ҡалалар һәм ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Учалы районында Уйҙа Шәрип, Ҡужай, Балбуҡ, Комсомольск, Туңғатар, Ҡарт Муйнаҡ ауылдары урынлашҡан; Силәбе өлкәһендә — Уйск ауылы һәм Троицк ҡалаһы.

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылғаның исеме — башҡорт теленән, «уйhыулыҡ, үҙән» мәғәнәһендә.